Гер күтәреүселәр

Гер күтәреүселәр https://bash.news/news/85547_ger_ktreselr
05 дек 2018, 21:53

Әбйәлил районында Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән берлектә гер күтәреү буйынса яңғыҙ һәм команда ярыштары үтте. Бәйгелә 17 йәшкә тиклемге 100-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Улар бер нисә ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.

Гер күтәреүселәр
Гер күтәреүселәр

Асҡарҙағы "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексына республиканың тиҫтәгә яҡын төбәгенән гер күтәреүселәр йыйылды. Бөгөн спорттың был төрө ҡала-райондарҙың барыһында ла яҡшы үҫешкән тип әйтеп булмай. Шулай ҙа халыҡ уйындарын ойошторғанда йәки һабантуйҙарҙы гер күтәреүселәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Белгестәр әйтеүенсә, сыҙамлыҡты арттырыуға йүнәлтелгән спорт тын юлдарын һәм ҡан әйләнешен яҡшырта, шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонтой яһай.

(в1)Хөрмәт Әхмәтйәнов, Башҡортостандың уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы бүлеге етәксеһе: “Уҡыуҙа ла, эштә лә, хәрби хеҙмәттә лә көслө, сәләмәт булырға кәрәк”.

Гер спорты оҙаҡ йылдар ир-егеттәрҙеке тип һаналһа, хәҙер уның менән гүзәл зат вәкилдәре лә бик теләп шөғөлләнә. Әбйәлил районында үткән ярышта ла уҡыусы ҡыҙҙар үҙ көстәренә һынап ҡараны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә Көйөргәҙе районы спортсылары Башҡортостандың Мәғариф министрлығы кубогына эйә булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙа Әбйәлил һәм Ҡыйғы райондары яуланы.

(в1)Юлиә Ниғмәтуллина, ярышта ҡатнашыусы: “Йәштәрҙе спортҡа саҡырам. Телевизор ҡарап ятмаһындар”.

(в1)

Автор: Илдар Байбулатов.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна