Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем проблемалы өс йорт сафҡа инәсәк

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем проблемалы өс йорт сафҡа инәсәк https://bash.news/news/85556_bashortostanda_jyl_aayna_tiklem_problemaly_s_jort_safa_insk
06 дек 2018, 09:32

Йыл аҙағына тиклем республикала проблемалы һаналған өс йорт сафҡа инәсәк. Был хаҡта БР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем проблемалы өс йорт сафҡа инәсәк
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем проблемалы өс йорт сафҡа инәсәк

Һүҙ Өфө районының «Яңы Булгаково» торлаҡ комплексының ике күп фатирлы йорто һәм Дим районының «Серебряный ручей» комплексындағы бер йорт тураһында. Әле унда төҙөлөш эштәре тамамлана. Күҙаллауҙарынса, яңы йорттарҙа 199 ғаилә фатир туйлаясаҡ.

Планға ярашлы, 2019 йылда проблемалы тип һаналған 47 йортто сафҡа инәсәк. Был 3 454 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итәсәк. Ун объект буйынса һорау башҡа йорттарҙан фатир тәҡдим итеү менән хәл ителәсәк. Һуңғыһы «Милов паркы» торлаҡ комплексының дүртенсе һәм ун беренсе кварталдарынан фатир алғандарға һәм «Стройпроектцентр» менән «Башстрой» ойошмаларынан зыян күреүсе граждандарға ҡағыла.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество