Республикала Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант акцияһы 28 майҙанда үтәсәк

Республикала Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант акцияһы 28 майҙанда үтәсәк https://bash.news/news/85559_respublikala_bt_rsj_xoui_diktant_akciyay_28_majanda_tsk/?lang=bash
06 дек 2018, 10:32

Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Сибайҙа һәм Белоретта урынлашҡан 28 майҙанда Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант акцияһы үтә. Сара Рәсәйҙең бар төбәктәрендә ойошторола. 3- 10 декабрҙә акцияның https://diktant.els24.com рәсми сайтында ҡатнашырға мөмкин.

Республикала Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант акцияһы 28 майҙанда үтәсәк
Республикала Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант акцияһы 28 майҙанда үтәсәк

Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант акцияһы 7 декабрҙә урындағы ваҡыт менән сәғәт ун икелә үтә. Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы сараның төп майҙанына әүерелә. Был хаҡта төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Диктантта ҡатнашыу бушлай. Унда ун дүрт йәше тулған һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Хоҡуҡи диктант утыҙ һорауҙан тора, яуап биреү өсөн алтмыш минут бүленә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста