Рәсәйҙә утыҙ йыл дауамында бер урында эшләгән ауыл хеҙмәткәрҙәренең пенсияһы артасаҡ

Рәсәйҙә утыҙ йыл дауамында бер урында эшләгән ауыл хеҙмәткәрҙәренең пенсияһы артасаҡ https://bash.news/news/85596_rsj_uty_jyl_dauamynda_ber_urynda_eshlgn_auyl_xemtkrrene_pensiyay_artasa
06 дек 2018, 16:22

Киләһе йылдан ауыл хужалығында утыҙ йылдан ашыу эшләгән граждандарҙың пенсияһы артасаҡ.Түләү күләме 5334 һум тип билдәләнгән. Һөҙөмтәлә, 2019 йылда өҫтәмә түләү 1333 һум тәшкил итәсәк.

Рәсәйҙә утыҙ йыл дауамында бер урында эшләгән ауыл хеҙмәткәрҙәренең пенсияһы артасаҡ
Рәсәйҙә утыҙ йыл дауамында бер урында эшләгән ауыл хеҙмәткәрҙәренең пенсияһы артасаҡ

Өҫтәмә түләүҙе билдәләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте тарафынан эш, производство, вазифалар, һөнәрҙәр теҙмәһе раҫлана. Уларға ярашлы, түләү күләме билдәләнә. Исемлеккә агрономдар, ветеринарҙар, тракторсылар ҙа инә.

Билдәләргә кәрәк, ташлама мәктәптә, ауыл советында, фельдшер һәм медицина пунктарында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ,шулай уҡ, ауылдан ҡалаға күскән аграрийҙарға ҡағылмай.Шулай итеп, даими рәүештә ауыл ерлегендә йәшәгән, ауыл хужалығы өлкәһендә утыҙ йылдан ашыу эш стажы булған хаҡлы ялдағы аграрийҙар ғына өҫтәмә түләү алыуға хоҡуҡлы.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна