Төбәктә инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр транспорт һалымы түләмәйәсәк

Төбәктә инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр транспорт һалымы түләмәйәсәк https://bash.news/news/85603_tbkt_invalid_bala_trbilse_aillr_transport_alymy_tlmjsk
06 дек 2018, 17:02

Республикала мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләр транспорт һалымынан бушатыласаҡ. Яҡын арала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын ҡабул итергә күҙаллай.

Төбәктә инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр транспорт һалымы түләмәйәсәк
Төбәктә инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр транспорт һалымы түләмәйәсәк

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, депутаттар тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡаралған закон проекты ташлама менән бары тик күп балалы ғаиләләр генә ҡуллана ала, тип белдерә. Тик Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы үҙгәрештәр индерә. Уға ярашлы, ташламалы категорияға инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә инә. Радий Хәбиров киләһе йылға республика ҡаҙнаһында тейешле саралар күрергә бойорҙо.

Күп бала һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр еңел автомобилдәргә һалымға ташламаны йөҙ процентта аласаҡ. Транспорттың двигатель кеүәте 150 ат көсөнән артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, күп балалы ғаиләләр ошондай уҡ ташлама менән двигатель кеүәте 125 ат көсө тәшкил иткән автобустарға ла ҡуллана ала.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, хужа һайлауы буйынса , ташлама бер транспорт сараһына ҡулланыласаҡ һәм ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк.

Быйылғы йыл өсөн һалым түләү ваҡыты киләһе йыл аҙағына тура килә. Шулай итеп, билдәләнгән категориялар 2019 йыл өсөн һалым түләмәйәсәк,

тип билдәләне Константин Толкачев.

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд