Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 172 ашығыс ярҙам автомобиле һатып аласаҡ

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 172 ашығыс ярҙам автомобиле һатып аласаҡ https://bash.news/news/85626_auly_alau_ministrlyy_172_ashyys_yaram_avtomobile_atyp_alasa
06 дек 2018, 21:54

Тағы ла 49 техника федераль бюджет иҫәбенә ҡайтарыласаҡ. Был турала тармаҡ министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә белдерҙе. Ғөмүмән, медицина өлкәһенең матди-техник базаһын яңырыу көтә. Әле республикала үткән быуаттың 60-80 йылдарында төҙөлгән 4 231 медицина учреждениеһына ремонт талап ителә.

Быға тиклем төҙөкләндереү эштәренә бүленгән аҡса күләме бик аҙ ине. 2015 йылдан алып ни бары 4 объект ремонтланған. Быйыл иһә был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 850 миллион һум сығым ҡаралған. Был аҡсаларға 80 медицина учреждениеһын ремонтлау күҙаллана. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләһе йылда ла был эштәргә йүнәлтелгән финанстар күләме шул уҡ кимәлдә һаҡланасаҡ һәм тағы ла йөҙҙән ашыу объектты төҙөкләндереү мөмкинлеге бирәсәк.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Мы подтверждаем что сумма на кап ремонт будет не меньше чем в этом году”.

Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә пациенттарға больничныйҙар һәм рецепттар биреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ауыл халҡы тейешле ҡағыҙҙар алыу өсөн генә лә сыҡырымдар үтеп үҙәккә йөрөргә тейеш түгел. Ҡануниәт менән фельдшерҙарға рецепттар һәм эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы биреү тыйылмаһа ла, һәр төбәктә лә был эш яйға һылынған тип әйтеп булмай.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Фельдшер – это вполне квалифицированный человек. Они учились и могут определять диагнозы. Тогда почему они не могут выдавать листки не трудоспособности? Это же важно. Или для них это тяжело? У меня задача такая: мы вместе занимаемся тем, что приближаем здравоохранение ближе к людям”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 172 ашығыс ярҙам автомобиле һатып аласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна