Йәш белгестәр менән осрашыу

Йәш белгестәр менән осрашыу https://bash.news/news/85627_jsh_belgestr_menn_osrashyu
06 дек 2018, 21:54

Өфөлә Белорет районы хакимиәте башлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыу үтте. Владислав Миронов муниципаль берәмек етәкселегенең төбәккә табиптар йәлеп итеү саралары тураһында һөйләп үтте.

Осрашыуҙа сығышы менән Иҙел башынан булған 1-6 куср студенттары ҡатнашты. Бындай саралар ойоштороу тураһында республиканың барлыҡ райондары етәкселегенә Радий Хәбиров ҡушҡайны. Әле Белорет районы һаулыҡ һаҡлау системаһында 259 табип эшләй, меңдән ашыу шәфҡәт туташы иҫәпләнә.

Кадрҙар резервын булдырыуға байтаҡ көс һалына. Йәш белгестәрҙең балалары баҡсаларға урынлаштырыла. Эш осорона табиптарҙың ғаиләһенә торлаҡ бүленә.

Йәш белгестәр менән осрашыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд