2024 йылға тиклем Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге барлыҡ юлдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары буласаҡ

2024 йылға тиклем Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге барлыҡ юлдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары буласаҡ https://bash.news/news/85629_2024_jyla_tiklem_bashortostanda_federal_mittge_barly_yuldara_yatyrtyu_orolmalary_bulasa
06 дек 2018, 21:56

Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа "Урал яғы" автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе Рәмил Сенжапов белдерҙе. Быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" программаһын тормошҡа ашырыу өсөн республикаға 10 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән. Киләһе йылға был сумманың 15 процентҡа артыуы көтөлә.

Әлеге ваҡытта М-5 трассаһының Благовар һәм Бүздәк райондары аша үткән участкаларын капиталь төҙөкләндереү дауам итә. Шулай уҡ Өфө - Ырымбур трассаһын да беренсе категорияға еткереү буйынса эш туҡтамай. Киләсәктә Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем араны дүрт һыҙатлы итеп үҙгәртеү планлаштырыла. Бөгөн ниәттәрҙе бойомға ашырыу өсөн юл картаһын төҙөү башланған. Башҡарылған бар эштәр ҙә республикала юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеүгә, үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән. Инспекторҙар билдәләүенсә, федераль трассаларҙа күрелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә башлаған да инде.

Руслан Ғәҙелшин, Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре: “Был ваҡыт арауығында 100 кешенән артыҡ вафат булды, 400-ҙән артығы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға мөрәжәғәт итте. Бөгөнгө көндә федераль юлдарҙа ҙур эштәр башҡарылды”.

Шулай уҡ киләһе йыл аҙағына тиклем Өфө-Аэропорт юлының бер өлөшөн федераль милеккә күсереү ҙә ҡаралған. Был турала ноябрь аҙағында республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы башлығы Андрей Костюктың осрашыуында килешелде. М-5 трассаһынан аэропорт боролошона тиклем араны Рәсәй ҡарамағана тапшырыу республикаға яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Һәр хәлдә, экономияланған сығымдар төбәк юлдарын тәртипкә килтереүгә йүнәлтелер, тип көтөлә.

Автор: Илдар Байбулатов.

2024 йылға тиклем Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге барлыҡ юлдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд