Фән менән производствоның хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү мөһим

Фән менән производствоның хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү мөһим https://bash.news/news/85630_fn_menn_proizvodstvony_xemttshlegen_tmin_ite_mim
06 дек 2018, 21:57

Был турала "Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, проблемалар һәм киләсәк" тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла һүҙ барҙы. Фекер алышыуға нефть һәм нефть химияһы сәнәғәте өлкәһендә Рәсәй һәм донъя кимәлендә абруй ҡаҙанған белгестәр саҡырылды.

Тармаҡты бөгөн яңы технологиялар үҙләштереү, углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү юлдарын камиллаштырыу һорауҙары борсой. Ил ғалимдары был йәһәттән яңы асыштарға нигеҙ һалған. Әммә әҙер фәнни эшләнмәләр производствоға барып еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Конференцияла ҡатнашыусылар фекеренсә, заман ҡаҙаныштарын предприятиеларҙа йәһәтерәк файҙалана башлау иҡтисади үҫешкә лә этәргес бирер ине.

Ғилми йыйын Башҡортостанда һәм илебеҙҙә танылыу яуланған арҙаҡлы фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, профессор Ворфоломеевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

Әлфис Ғаязов, Башҡортостан фәндәр академияһы президенты: “Бөгөнгө конференция профессор Варфаламеевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Ул фән эшмәкәре генә түгел, ҙур производственник та булды. Ул эшләгән саҡта республикабыҙҙың нефть сәнәғәте алғы сафтарҙа ине”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Фән менән производствоның хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү мөһим

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна