Мәжитов уҡыуҙары

Мәжитов уҡыуҙары https://bash.news/news/85631_mzhitov_uyuary
06 дек 2018, 21:57

Бөгөн Өфөлә билдәле ғалим Нияз Мәжитовҡа арналған халыҡ-ара симпозиум асылды. Мәртәбәле сараға Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларынан, шулай уҡ Венгрия менән Ҡаҙағстандан күренекле ғалимдар һәм археологтар йыйылды.

Фәнни симпозиум барышында Нияз Мәжитовтың ижади мираҫы тураһында документаль фильм күрһәтелеп, археология һәм фото-күргәҙмәләр эше ойошторолдо. Халыҡ-ара симпозиумды асыу тантанаһында килгән ҡунаҡтарҙы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай, Хөкүмәт һәм Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре тәбрикләне. Һуңынан билдәле археологтар һәм ғалимдар Евразияның боронғо һәм урта быуат йәмғиәттәренә арналған бай мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны.

Әминә Уразова, Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры: “Нияз Мәжитовтың башҡорт халҡының этник тарихына индергән өлөшө ифрат ҙур. Сөнки Нияз Абдулхаҡ улы башҡорттарҙың көнъяҡ райондарында автохтон икәнлеген, йәғни төп халыҡ икәнлеген дәлилләй”.

Программаға Нияз Мәжитовтың Башҡортостанда археологияны үҫтереүҙәге ролен анализлауға, уның республикала социаль-гуманитар фәнде ойоштороуға индергән өлөшөнә, ғалимдың ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеген аңлауға арналған Мәжитов уҡыуҙары ла ингән. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар һуңынан секцияларға бүленеп башҡорт халҡының этник тарихы һәм архелогик ҡомартҡылар кеүек темалар буйынса фекер алышасаҡ.

Гәүһәр Батталова, "Боронғо Өфө" Республика тарихи-мәҙәни музей - ҡурсаулығы етәксеһе: “Беҙҙең өсөн иң мөһиме – “Өфө-2” ҡаласығына арналған түңәрәк өҫтәл һәм унда яңғыраған докладтар. Сөнки Нияз Абдулхаҡ улы ғүмерен был ҡаласыҡты өйрәнеүгә бағышлаған кеше”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Мәжитов уҡыуҙары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд