Республикала тәүгеләрҙән булып боҙ ҡаласығы Күгәрсен районында асылды

Республикала тәүгеләрҙән булып боҙ ҡаласығы Күгәрсен районында асылды https://bash.news/news/85633_respublikala_tgelrn_bulyp_bo_alasyy_kgrsen_rajonynda_asyldy
06 дек 2018, 21:59

Өфөлә лә Яңы йылға әҙерлек эштәре финиш һыҙығына етте. Әйтәйек, Совет районында "Урал батыр" эпосы, төрлө әкиәт персонаждарының һындары яһала, һырғалаҡ майҙанына һыу ҡойола. Оҙаҡламай унда бушлай конькиҙа шыуыу мөмкин буласаҡ.

Күгәрсен районы үҙәгенә ҡуйылған йәшел ҡупшыҡай сағыу төҫтәрҙәге уттар менән балҡып, йөҙҙәрсә кешенең күңелен арбаны. Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында урындағы мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре байрам концерты ла ойошторҙо, балалар төрлө конкурстарға йәлеп ителде. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән йөрөнөләр, ағастан төҙөлгән тауҙан шыуып кинәнделәр.

Өфө лә тиҙҙән "тылсым донъяһы"на сорналасаҡ. Әйтәйек, Совет районындағы боҙ ҡаласығында скульпторҙар Урал батыр, Һомай һындарын яһай башлаған. Биләмәләге фигуралар, тауҙар республиканың йөҙ йыллығы уңайынан башҡорт орнаменттары менән дә биҙәләсәк. "Һауа температураһы ғына бөгөнгө кеүек ҡыуандырып торһон ине,"- ти оҫталар.

Илгиз Фәйзуллин, скульптор: “Ун градус беҙҙең өсөн һәйбәт. Боҙ ҙа ныҡ һыуланмай, йәбешеп бара. Иң мөһиме - матур итеп эшләргә”.

Кескәйҙәр әленән үк биләмәләге бәләкәй боҙ тауҙарынан шыуып ҡарай, лабиринтта йүгерешә. Балалар филармонияһы янындағы майҙан унынсы декабргә тиклем тулыһынса асыласаҡ.

Конькиҙа шыуырға яратыусылар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Быйыл баш ҡаланың Совет районында һырғалаҡ эшләйәсәк. Әлегә коммуналь хеҙмәткәрҙәр көн һайын уға һыу ҡойоп тигеҙләй.

Луиза Шәптиева, Өфө ҡалаһы Совет районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: “Халыҡ әле үк ныҡ һөйөнә, ҡала үҙәгендә бушлай һырғалаҡ булыуы күптәр өсөн уңайлы”.

Яңы йыл кәйефе Өфөлә әленән үк һиҙелә. Быны "Арт-шыршы" конкурсы ла йәнә иҫбатланы. Унынсыға ойошторолған сарала быйыл 325 ижади эш ҡуйылған. Бында Силәбе өлкәһе вәкилдәренең шыршылары ла бар.

Бәйгелә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең, мәктәп уҡыусыларының коллектив эштәре күп. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа сарала әүҙемлек күрһәткән. Берәүҙәр байрам ҡупшыҡайын ағастан юнып яһаһа, икенселәр бисерҙан, ҡәләмдәрҙән, пластилиндан йыйған. Оҫталарҙың фантазияһына хайран ҡалырлыҡ.

Конкурсанттар ижади эштәре аша тәбиғәтҡә һаҡсыл ҡараш булдырырға ынтыла, ғаилә ҡиммәттәрен күтәреп сыға.Әйткәндәй, бәйге еңеүселәре был аҙна шәмбе билдәле буласаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республикала тәүгеләрҙән булып боҙ ҡаласығы Күгәрсен районында асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна