Йөрәк ҡушыуынса

Йөрәк ҡушыуынса https://bash.news/news/85634_jrk_ushyuynsa
06 дек 2018, 22:00

Ил инәһе, яҙыусы, публицист, педагог, уҡыу әсбәптары авторы,"Шифа" брендын булдырған," Йәйләү" балалар лагерына яңы рухи һулыш өргән өлгөлө әсә – Мәрйәм Бураҡаева — ғүмере буйы йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәй. Күркәм юбилейы уңайынан үткәрелгән ижад һәм ғәм кисәһе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһе киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында республикабыҙҙың иң күркәм сәхнәһендә үтте. Юбиляр үҙен тәбрикләргә килеүсе олоһо-кесеһенә: " Хәйерле кис, туғандар, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы исемләп беләм" тип мөрәжәғәт итте. Ысынлап та шулай, залға башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы, этнографияһы, рухиәте, халыҡ педагогикаһына мөкиббән бирелгән халыҡ йыйылғайны. Сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелеүселәрҙең фекерҙәре ихласлығы менән айырылып торҙо.

Зөһрә Бураҡаева, Мәрйәм Бураҡаеваның ҡыҙы: “Ғаиләбеҙҙә шундай матур осор етте: Таңсулпан, мин, Гөлнур апайым ижад менән тулыбыҙ һәм әсәй менән күп аралашабыҙ. Миңә тәржемә эшендә, сценарий яҙыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо ваҡыт оҙағыраҡ дауам итһә ине”.

Мәрйәм Бураҡаева биш балаға ғүмер биргән батыр йөрәкле әсә. Уның балалары бишеһе биш өлкәлә халҡыбыҙға нур сәсеп, ижад ҡомары менән янып йәшәй. Мәрйәм Бураҡаева туған телде өйрәнеү, үҙ милләтең өсөн ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләүҙе үҙенең ғаиләһе - балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өлгөһөндә күрһәтә. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы, ил инәһе, милләт әсәһе. Уның янында һәр башҡорт үҙен тыныс, ғорур, ышаныслы итеп тоя.

Мәрйәм Бураҡаева, яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры: “Бер ниндәй вазифалы урындар, күрһәтмәләр менән эшләмәнем. Йөрәгем ҡушҡанса халыҡ һәм хаҡлыҡ юлынан барҙым. Тәбиғәттән бирелгән милләттәрҙе һаҡларға кәрәк”.

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева бөгөн дә ил уртаһында ҡайнап йәшәй, мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа йыш була. Ҡайнар йөрәге типкәндә ауыл-ҡасабаларҙа йәшәүсе олоһо-кесеһе менән осрашып, ғәм, сәм, рух уятыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамаясаҡ. Киләсәктә "Йәйләү" балалар лагерын йыл әйләнәһенә эшләүен теләй. Халҡыбыҙ унан милләтте һаҡлау, ҡурсалау юҫығынан тағы ла тос фекерҙәр, яңы проекттар һәм ижади бейеклектәр көтә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Йөрәк ҡушыуынса

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна