Абдулла Солтановҡа — 90!

Абдулла Солтановҡа — 90! https://bash.news/news/85635_abdulla_soltanova_90
06 дек 2018, 22:01

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халҡыбыҙҙың мәшһүр йырсыһы Абдулла Солтановтың 90 йәшлек юбилейына арналған байрам концерты үтте. Уникаль тембрлы, киң диапазонлы йырсыны күрергә, халыҡ йырҙарын тыңларға тамашасы зал тултырып килде. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Байрам Абдулла Солтанов башҡарыуында "Ильяс" һәм "Арғужа" халыҡ йырҙары менән асылды. 90 йәшендә лә йырсының тауышы көр, ул үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән әле лә тамашасы күңелен арбай. Абдулла Афзал улының репертуарында 60-тан ашыу халыҡ йыры. Тыуған яҡтың гүзәллеген, халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһын данлаусы йырҙарҙы төрлө быуын тамашасылары яратып тыңлай. Был юлы ла зал Абдулла Солтанов йырлағанда тын ҡалды.

Абдулла Солтанов, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Бөтә йырҙарымды ла яратам. Һәр ваҡыт йырлап тик йөрөнөм, ул урманда, көтөүҙә булһынмы. "Урал", "Буранбай"ҙы...”

"Йәмәлекәй тауы", "Уйыл", "Сибай", "Илсе Ғайса", "Сәлимәкәй" һәм башҡорт халҡының башҡа оҙон көй өлгөләрен сит ил тамашасыһына еткереүселәрҙең береһе лә ул Абдулла Солтанов. Сәхнәләш дуҫтарын уның башҡарыу оҫталығынан тыш, эскерһеҙ ябайлығы, көслө ихтыярлы һәм шул уҡ ваҡытта бала йәнле кеше булып ҡалыуы ла һоҡландыра.

Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Ул йәш айырмаһына ҡарап тормай. Миңә дуҫ тип өндәшә. Мин уға шулай тием”.

Үҙ ғүмерендә Абдулла Солтанов бик күп талантлы йәштәргә сәнғәт донъяһына юл асҡан. Шуға ла юбилей кисәһендә улар остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Айгөл Һағынбаева, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы: “Абдулла Солтановтың 70 йәше ине, конкурста ҡатнаштым. Шул бәйгелә еңеүем миңә оло сәхнәгә сығырға ярҙам итте. Абдулла ағайҙың минең тауышым тураһында әйтеүе ғорурлыҡ, әлбиттә”!

Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде. Юбилей кисәһендә ҡатнашыусы билдәле сәхнә йондоҙҙары халыҡ йырҙары һәм дәртле бейеүҙәрен унынсы тиҫтәһен ваҡлаған мәшһүр йырсыға арнаны.

Автор: Фәниә Юланова.

Абдулла Солтановҡа — 90!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA