Элвин Грей Өфө аренаһында яңы музыкаль шоу программаһын күрһәтәсәк

Элвин Грей Өфө аренаһында яңы музыкаль шоу программаһын күрһәтәсәк https://bash.news/news/85649_elvin_grej_f_arenaynda_yay_muzykal_shou_programmayn_krtsk
06 дек 2018, 23:18

Заманса видеоинсталяция, сценография, таҙа тауыш – быларҙың барыһы ла сәхнә йондоҙона яҡынса өс миллион һумға төшәсәк. Шулай ҙа концерттарға киткән сығымдарға ҡарағанда ул үҙе ике-өс тапҡырға күберәк аҡса эшләй. Был турала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин БСТ каналына биргән эксклюзив интервьюһында һөйләне.

8 декабрҙә Өфөнөң иң ҙур сәхнәһендә үтәсәк концерт программаһына килгәндә, ул өс сәғәткә иҫәпләнгән. Билдәле хиттарҙан тыш, яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.

Радик Юлъяҡшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Бик шатмын. Тыуған ерем йылы ҡаршы ала. Был концертта беҙҙең лейблдың презентацияһы буласаҡ. Элвин Грей элек йырсы ғына булһа, хәҙер ҙур проект”.

Бөгөн Радик Юлъяҡшин Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Теге өсәү" проектында ҡатнашып, ҡасандыр үҙе тамамлаған Өфөләге 48-се башҡорт лицейында булды. Уҡыусылар менән бергә ҡурайҙа уйнау оҫталығын күрһәтте. Ижадына бәйле БСТ каналы алып барыусыларының һорауҙарына тапҡыр яуаптар ҡайтарҙы. Тапшырыу эфирға киләһе йәкшәмбе, 16 декабрь сәғәт туғыҙ тула ун биш минуттан сығасаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Элвин Грей Өфө аренаһында яңы музыкаль шоу программаһын күрһәтәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна