Радий Хәбиров Белорет перинаталь үҙәге табиптарын маҡтаны

Радий Хәбиров Белорет перинаталь үҙәге табиптарын маҡтаны https://bash.news/news/85659_radij_xbirov_beloret_perinatal_ge_tabiptaryn_matany
07 дек 2018, 10:50

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белореттың район-ара перинаталь үҙәгендә булды. Үҙәк өс ҡала һәм дүрт район халҡын хеҙмәтләндерә. Радий Хәбиров табиптар эше менән ҡәнәғәт ҡала.

Радий Хәбиров Белорет перинаталь үҙәге табиптарын маҡтаны
Радий Хәбиров Белорет перинаталь үҙәге табиптарын маҡтаны

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытҡа перинаталь үҙәктең иң бәләкәс пациенты -1 кг 4 грамм ауырлығындағы сабый.Уны махсус ҡоролмала тәрбиәләйҙәр.

Үҙәктең иң йәш табибына 31 йәш. Елена Овчинникова алты йыл дауамында балаларҙы яҡты донъяға ҡабул итә. Елена Владимировна һәм уның хеҙмәттәштәре ярҙамында, уҙған тәүлектә ете бала донъяға килә, улар иҫәбендә, игеҙәктәр ҙә бар.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров

Баш табип Евгений Кустов һүҙҙәренсә,был уртаса күрһәткес. Бер йыл эсендә 2000 сабый тыуа. Радий Хәбиров билдәләүенсә, башлыса, табиптарҙы маҡтауға ҡарағанда, йышыраҡ әрләйҙәр. Хәбиров был етешһеҙлекте төҙәтергә вәғәҙә итте.

Күп осраҡта пациенттар табиптарҙы аңлап етмәй. Күптән түгел ошо уҡ бала табыу йортонда туҡланыу буйынса ялыуҙы тикшерҙек. Бындай осраҡтар теркәлһә лә, беҙ, етешһеҙлектәр бөтөнләй булмаһын өсөн тырышабыҙ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа