Республикала ипотека кредиттары һаны арта

Республикала ипотека кредиттары һаны арта https://bash.news/news/85678_respublikala_ipoteka_kredittary_any_arta/?lang=bash
07 дек 2018, 14:37

Башҡортостанда ипотека кредиттары һаны арта. Ағымдағы йылдың ун айы эсендә республика халҡы, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 1,5 тапҡырға күберәк килешеү төҙөй. Был мәғлүмәтте Милли банк хәбәр итә.

Республикала ипотека кредиттары һаны арта
Республикала ипотека кредиттары һаны арта

Бынан тыш, торлаҡ һатып алыуға бирелгән кредиттар күләме лә арта. Быйыл ул 72,4 млрд һум тәшкил итә. Уҙған 2017 йыл менән сағыштырғанда, күләм 1,6 тапҡырға юғары.

Республика буйынса Милли банк бүлексәһе идарасаһы белдереүенсә, Башҡортостанда ипотека кредитының уртаса ставкаһы 9,4% тәшкил итә. Бынан тыш, банктар бурыс алыусыға талаптарҙы ла еңеләйтә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет