Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе https://bash.news/news/85679_bashgidrometk_yal_kndren_aua_torosho_turaynda_mlmt_bire/?lang=bash
07 дек 2018, 14:49

Башгидрометүҙәк алдағы ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, был көндәрҙә төбәктә ҡар яуасаҡ. Юлдарҙа еңелсә боҙлауыҡ.

Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе
Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Иртәгә, 8 декабрҙә, төбәктә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа еңелсә боҙлауыҡ, көрт һалыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә ун бер градус һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа ун һигеҙ градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ һигеҙ градус һалҡын.

Йәкшәмбе, туғыҙынсы декабрь, урыны менән ҡар яуа, еңелсә боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә – ун, көндөҙ һигеҙ градус һалҡын.

Алдағы ике көндә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк,

тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән

Спутник FM
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет