Республикала «Шыршы-2018» профилактик сараһы дауам итә

Республикала «Шыршы-2018» профилактик сараһы дауам итә https://bash.news/news/85688_respublikala_shyrshy2018_profilaktik_saray_dauam_it
07 дек 2018, 16:19

Республикала ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында профилактик рейдтар үтә. Был законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуға, уны һатыуға юл ҡуймау маҡсатында ойошторола.

Республикала «Шыршы-2018» профилактик сараһы дауам итә
Республикала «Шыршы-2018» профилактик сараһы дауам итә

Әлеге ваҡытҡа 52 пост һәм 116 күсмә төркөм ойошторолған. Барлығы алты йөҙ рейд үтә, яңы йыл шыршыларын әҙерләүсе етмеш урын тикшерелә.10 декабрҙән шыршы йәрминкәләрендә тикшереү башланасаҡ. Шыршы менән, ағасты әҙерләүсе ойошмалар, йә иһә әҙерләүсе ойошманан рөхсәт алыусылар ғына сауҙа итә ала.

Хоҡуҡ боҙоусоларҙы штраф көтә. Әлеге ваҡытҡа законһыҙ рәүештә ылыҫлы ағас ҡырҡыуҙың бер осрағы теркәлә. Законһыҙ рәүештә егерме шыршы әҙерләнә.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа