Өфөлә йәшәүсе ир оло йәштәге ҡатынға бысаҡ менән һөжүм итә һәм 100 мең һум аҡсаһын урлай

Өфөлә йәшәүсе ир оло йәштәге ҡатынға бысаҡ менән һөжүм итә һәм 100 мең һум аҡсаһын урлай https://bash.news/news/85689_fl_jshse_ir_olo_jshtge_atyna_bysa_menn_zhm_it_m_100_me_um_asayn_urlaj
07 дек 2018, 16:38

Өфөлә йәшәүсе иргә хөкөм ҡарары сығарыла. Ул оло йәштәге ҡатынға һөжүм итеүҙә ғәйепләнә. 32 йәшлек ир ҡулға алына.

Өфөлә йәшәүсе ир оло йәштәге ҡатынға бысаҡ менән һөжүм итә һәм 100 мең һум аҡсаһын урлай
Өфөлә йәшәүсе ир оло йәштәге ҡатынға бысаҡ менән һөжүм итә һәм 100 мең һум аҡсаһын урлай

Прокуратура хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың март айында ҡулға алыныусы 63 йәшлек күршеһенә килә. Бысаҡ менән янап, ул аҡса талап итә. Зыян күреүсе,ундай күләмдә аҡсаһы юҡлығын белдерә. Артабан ир уға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Ҡатын үлгәнгә һалыша, ә енәйәтсе уның ювелир әйберҙәрен һәм йөҙ мең һум күләмендә аҡсаһын урлай.

Бер аҙҙан ир ҡулға алына. Үҙ ғәйебен өлөшләтә таный. Ир белдереүенсә, аҡса уға бурысын түләр өсөн кәрәк була. Суд ғәйепләнеүсене 16 йылға иректән мәхрүм итә.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд