Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк

Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк https://bash.news/news/85712_toratau_sejmala_eshkrtelmjsk
07 дек 2018, 21:16

Изге тау тирәләй барған күп йыллыҡ бәхәскә нөктә ҡуйылды. "Башҡортостан сода компанияһы"на сеймал алыу өсөн Ҡуштау файҙаланыласаҡ. "Коммерсант" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, был турала вице-премьер Дмитрий Козак, Радий Хәбиров һәм БСК етәкселеге ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә килешелгән. Компромисс ҡарар хаҡында беҙҙең сайтта.

Торатау ҡуйынында ҡурай моңдары меңәр йылдар, быуаттар ғына түгел, мәңге яңғырар тип ышанғы килә. Шартлатмаясаҡтар. Эшкәртелмәйәсәк ул. Күптән көтөп алынған яңылыҡ. Ишембайҙар өсөн генә түгел, тотош республика халҡына. Изге тау, әүлиәләр төйәге ниһайәт, ил кимәлендә лә яҡлау тапты. "Башҡорт сода компанияһы"на сеймал алыу буйынса Ҡуштау тәҡдим ителде.

Зөфәр Тимербулатов, социология фәндәре кандидаты: “Әлбиттә, яңы етәксегә был мәсьәләне хәл итергә ауыр тура килде. Торатау ҡаласаҡ. Әммә халыҡ мәнфәғәте лә бар. Бында ике яҡ бар һәм ҡарар кәрәк. Минеңсә, Ҡуштау буйынса ҡарар – компромисс”.

"БСК" команияһында сеймал тәьминәте мәсьәләһе киҫкен тора - әлеге ваҡытта эшкәртелгән Шахтауҙың запастары 4 йылға ғына етәсәк. Предприятие етәкселеге сираттағы эзбизташ сығанағы булараҡ тап Торатауға ғына дәғүәһен белдергәйне. Әммә тәҡдим халыҡ яғынан да яҡлау тапманы. Башҡортостанда йәшәүселәр берҙәм булып, тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалырға өндәне.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Был бәхәс, көрәш барышында халыҡ берләште. Киләсәк быуынға Торатауҙың тороуы мөһим”.

Мәрйәм Бураҡаева, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры: “Торатауҙың исеменә генә иғтибар иткән саҡта ла, халыҡ уны мәңге торһон тигән фекер һалып атағаны беленә. Беҙ бөтә географик атамаларға иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Ул буштан-бушҡа килеп сыҡмаған”.

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статусына эйә Торатау менән Йөрәктауға ҡул һуҙылмаясаҡ. "Башҡорт сода компанияһы" компромисс килешеүгә килеп, предприятиела ике меңдән ашыу хеҙмәт урынын да һаҡлап ҡала. Киләһе йылдан уҡ тап ошо күләмдә эшсе ҡыҫҡартыла башларға тейеш булған. Хөкүмәттә хәбәр итеүҙәренсә, Ҡуштауҙы эшкәртеү менән бергә, унда рекультивация эштәрен дә атҡара барыу ныҡлы күҙәтеүгә алынасаҡ. Быға тиклем "БСК" етәкселеге Ҡуштауҙың химик составы производство өсөн оптималь түгел, тип белдергәйне.Ҡуштау Ишембай районында, Стәрлетамаҡтан 18 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның эргәһендә биш ауыл биләмәһе, тау саңғыһы комплексы, ял йорто бар.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд