Башҡортостандың Хөкүмәт йорто буйлап экскурсия

Башҡортостандың Хөкүмәт йорто буйлап экскурсия https://bash.news/news/85713_bashortostandy_xkmt_jorto_bujlap_ekskursiya
07 дек 2018, 21:20

Ейәнсура районы приютында тәрбиәләнеүсе 12 йәшлек ҡыҙ бала Радий Хәбировҡа үҙ ҡулдары менән төшөргән һүрәт бүләк итте. Рәсемгә Айгүзәл Аҙнабаеваны республика етәксеһе менән әңгәмә илһамландырған. Республика етәксеһе приют тәрбиәләнеүселәре менән районға эш сәфәре барышында аралашҡайны.

Радий Хәбиров зирәк ҡыҙҙы эш бүлмәһе менән танышырға Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Айгүзәл мауыҡтырғыс сәфәргә бер үҙе генә түгел, тотош Башҡортостан кимәлендә уҙғарылған приют тәрбиәләнеүселәре араһындағы әҙәби конкурс еңеүсәләре менән сыҡҡан.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Учитесь хорошо. Когда подрастете будете здесь работать”.

Иң оҡшағаны һәм иҫтә ҡалғаны - Республика етәксеһенең эш бүлмәһе, балкондан Өфөгә асылған күренеш, ти балалар. Радий Хәбиров кескәй ҡунаҡтары менән етди мәсьәләләр хәл ителә торған кәңәшмәләр залында әңгәмәләште. Кем белә, бәлки, был балалар араһында ла киләсәктә ил яҙмышын хәл итерҙәй сәйәсмәндәр барҙыр, һәр хәлдә, барыһының да тигеҙ мөмкинлектәре булырға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Айгүзәл Аҙнабаева социаль приют тәрбиәләнеүсеһе: “Миңә бында бөтә нәмә лә оҡшаны. Хистәремде әйтеп бөтә алмайым. Мин уға шиғыр яҙҙым һәм портретын төшөрҙөм. Һәйбәт ил етәксеһе булыр, тип уйлайым”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостандың Хөкүмәт йорто буйлап экскурсия

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд