Ришүәткә юл юҡ

Ришүәткә юл юҡ https://bash.news/news/85715_rishtk_yul_yu
07 дек 2018, 21:32

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында урындағы үҙидаралыҡтар, дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре, йәштәр ҡатнашлығында коррупцияға ҡаршы көрәш темаһына семинар-кәңәшмә үтте. Унда 2018 йылда коррупцияны булдырмау, ришүәтселекте кисектереү буйынса әүҙем эш алып барыусылар бүләкләнде.

Сөнки был күренеште юҡ итеү маҡсатында республикала даими форумдар уҙғарыла. Уларҙа айырыуса йәштәрҙең теләп ҡатнашыуы, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итеүе ҡыуаныслы. Әйткәндәй, быйыл әүҙем йәштәрҙе берләштергән коррупцияға ҡаршы төбәк йәмәғәт советын булдырылды. Белгестәр иҫәпләүенсә, административ саралар ҡулланып ҡына, ришүәтселекте туҡтатып булмай. Тап форум, семинар-кәңәшмәләр коррупцияға ҡаршы көрәш эшмәкәрлеген көйгә һалырға булышлыҡ итергә тейеш. Бөгөнгө фекер алышыуҙан һуң, ҡатнашыусылар командаларға бүленеп, теманы эшлекле уйын менән дауам итте.

Илгиз Ҡәҙерғолов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры: “Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса төрлө семинарҙар үткәреп торорға кәрәк, сөнки коррупцияны төрмәгә ултыртып ғына еңеп булмай. Беҙ йәштәрҙең аңын үҙгәртергә тейешбеҙ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Ришүәткә юл юҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа