Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте көндәре уҙа

Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте көндәре уҙа https://bash.news/news/85718_bashortostanda_jshtr_sjste_kndre_ua
07 дек 2018, 21:41

Өс көн дауамында иң әүҙем, һәләтле ҡыҙҙар-егеттәр бер майҙанға йыйыла. Бөгөн Өфөлә бишенсе йыл рәттән үткәрелгән "Һин - эшҡыуар" программаһы ҡатнашыусылары үҙ-ара фекер алышты. Артабан "Йәш армия" хәрәкәтенә 150 яңы ағза ҡабул ителәсәк.

Илһөйәр йәштәрҙе тарихсылар, эҙәрмәндәр менән ҡыҙыҡлы осрашыу көтә. Йәштәр сәйәсәте көндәрендә студенттар отряды ла ҡушыла. Улар ҡатнашлығындағы форумда киләһе йылда республика, Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашыу, үҙ проекттарын тәҡдим итеү бурысы ҡуйыласаҡ.

Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, йыл һайын әҙерләнгән бай йөкмәткеле программаның маҡсаты: йәштәргә үҫешеү өсөн уңайлыҡтар һәм шарттар булдырыу. Байрам шаяндар һәм отҡорҙар уйыны менән тамамланасаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте көндәре уҙа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд