Отҡорҙар һәм зирәктәр ярышы

Отҡорҙар һәм зирәктәр ярышы https://bash.news/news/85719_otorar_m_zirktr_yaryshy
07 дек 2018, 21:44

Башҡорт дәүләт аграр университетында һүҙ бәйгеһендә ҡатнашыусы йәштәр һынау тотто. Парламент дебаттарында республиканың әйҙәүсе юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашты.

Уйындың маҡсаты йәштәр араһында ораторҙарҙы асыҡлау. Уларҙың идаралыҡта килеп тыуған бәхәсле һорауҙарҙа хәл итеү юлдарын табыуын баһалау. Парламент дебаттары быйыл Башҡортостанда етенсе тапҡыр уҙғарыла. Ярышта һынау тотҡан командаларҙы тәжрибәле белгестәр, сәйәсмәндәр, уҡытыусылар баһалай. Ойоштороусылар һүҙ бәйгеһендә ҡатнашыуҙың ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләй. Күптәре бөгөн эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Командалар, уларҙың көйәрмәндәре уйын аҙағында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, белгестәр менән сәйәси темаларға йәнле әңгәмә ҡорҙо.

Азат Килсенбаев, Йәштәр сәйәсәте лигаһы рәйесе: “Йәштәр бик әүҙем. Кемдәр республика ярышында еңә, улар артабан Башҡортостанды Бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтә алыу мөмкинлеген аласаҡ”.

Марат Зайцев, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты, ярышта ҡатнашыусы: “Бик ныҡ әҙерләндек. Китаптар уҡыныҡ, уҡытыусылар менән осраштыҡ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Отҡорҙар һәм зирәктәр ярышы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа