Һаҡ аҫтында ҡалалар

Һаҡ аҫтында ҡалалар https://bash.news/news/85720_a_atynda_alalar
07 дек 2018, 21:46

23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнгән элекке полиция хеҙмәткәрҙәре адвокаттары биргән ходатайство буйынса иреккә сығарылмаған. Юристар, иҫбатлаусы дәлилдәр булғанда, енәйәт эшенең туҡтатылмауын законһыҙ тип иҫәпләй.

Әйтәйек, Салауат Ғәлиевтың адвокаты билдәләүенсә, енәйәт осрағы теркәлгән ваҡыт арауығында уның яҡланыусыһы икенсе урында булған. Был һүҙҙәрҙе иҫбатлаусы видеояҙма ла бар. Ул ҡала ресторандарының береһендә видеокүҙәтеү камераһынан алынған.

Нәфис Ғәлимәрҙәнов, Салауат Ғәлиевтың адвокаты: “Тәфтишселәр осраҡ буйынса тикшереү эштәре дауам итә тип ходатайствоны ҡабул итмәне. Минеңсә, дәлилдәр етә. Яҡланыусымды иреккә сығарырға тейештәр. Бынан тыш, интернет киңлектәрендә генетик экспертиза һөҙөмтәләренең билдәле булыуы тураһында ла яңылыҡ ҡуйыртыла. Был рәсми мәғлүмәт түгел”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Һаҡ аҫтында ҡалалар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд