Һәр кем закондарҙы, үҙ хоҡуҡтарын белергә тейеш

Һәр кем закондарҙы, үҙ хоҡуҡтарын белергә тейеш https://bash.news/news/85721_r_kem_zakondary_xoutaryn_belerg_tejesh
07 дек 2018, 21:51

Бөгөн Республикала юридик, хоҡуҡи диктант яҙыу ойошторолдо. Ҡануни имтихан 30-ға яҡын майҙанда бара. Бөтә Рәсәй буйынса ойошторолған хоҡуҡи диктантҡа Башҡортостандың Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат ҡалалары ҡушылды.

Был сара ике этапта бара, тәүгеһе ситтән тороп, икенсеһе аудиторияларҙа, ойошҡан рәүештә. Диктант юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында, белем усаҡтарында уҙа. Үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл ҡатнашыусылар күберәк, унда 14 йәше тулған һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары фекеренсә, хоҡуҡи диктант юридик грамоталылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан һәр кем ҡануниәтте белергә тейеш.

Рауил Нәсибуллин, Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире: “Инженерҙар әҙерләйбеҙ. Ләкин инженерҙар һәр саҡ металл менән генә эш итмәй, кеше менән дә эш итә. Кешеләр менән үҙ-ара мөнәсәбәттә лә, былай мөнәсәбәттә лә хоҡуҡ белеме булырға тейеш”.

Диктантты Рәсәй юристар ассоциацияһы, "Эшлекле Рәсәй" йәмәғәт ойошмаһы уҙғара. Быйыл ул Рәсәй Конституцияһының 25 йыллығына арнала, күп һорауҙар төп документ менән бәйле. Яҙма эштә барлығы 30 һорау, яуап биреү өсөн 60 минут ваҡыт бирелә. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә сертификат тапшырыла.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Һәр кем закондарҙы, үҙ хоҡуҡтарын белергә тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна