Үҙенсәлекле шәжәрә байрамы

Үҙенсәлекле шәжәрә байрамы https://bash.news/news/85723_enslekle_shzhr_bajramy
07 дек 2018, 22:01

Өфөнөң Октябрь районындағы Әҙһәм Исҡужин исемендәге 136-cы башҡорт гимназияһында үҙенсәлекле шәжәрә байрамы ойошторолдо. Сара Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығына арналған. Унда 15 -ләгән йәкшәмбе мәктәптәре ҡатнашты.

Байрам Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләттәрҙең дуҫлыҡ гөлләмәһен хәтерләтте. Спорт залында беҙҙең төбәктә йәшәгән рус, татар, марый, сыуаш, украин, поляктарҙың рухи -мәҙәни тормошон сағылдырған күргәҙмә эшләне. Башҡорт тирмәһе үҙенең эске йыйнаҡлығы һәм боронғо экспонаттарҙы оҫта итеп ҡулланыуы менән айырылып торҙо.

Альбина Хөсәйенова, Өфөнөң 308-cе балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе: “Бөгөнгө байрамға тирмә биҙәнек, башҡорт йолаларын күрһәттек”.

Шәжәрә байрамының рәсми өлөшө Башҡортостандың яңы тарихына арналды. 90-cы йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем республиканың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре, үткәне хаҡында видеофильмдар күрһәтелде. Дәртле бейеүҙәргә, күңелле йырҙарға үрелеп барған шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар осрашыуҙа Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты, тағы ла бер тапҡыр дуҫлыҡ ептәренең ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ икәнлегенә инанды.

Шәмсулла Хәбибрахманов, Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: “Йылдың шәжәрә байрамы “Йөҙйәшәр Башҡортостан” тип атала. Шәжәрә байрамын 15-се тапҡыр үткәрәбеҙ. Һәр саҡ төрлө темаға арнала ул. Быйыл Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллығына арнаныҡ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Үҙенсәлекле шәжәрә байрамы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA