Силәбелә "Милли танылыу" премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

Силәбелә "Милли танылыу" премияһын тапшырыу тантанаһы үтте https://bash.news/news/85724_silbel_milli_tanylyu_premiyayn_tapshyryu_tantanay_tte
07 дек 2018, 22:02

Абруйлы премия лауреаттары "Уралдың дуҫ" сәскәлеге фестивале сиктәрендә тәбрикләнде. Улар Көньяҡ Уралдың милли-мәҙәни ойошмалары вәкилдәре.

Ижади коллективтар, Ағинәйҙәр ҡоро, башҡорт ҡоролтайҙары ағзалары йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуы өсөн төрлө номинацияларҙа баһа алды. Силәбе өлкәһендә милли рухты һаҡлауға ҙур өлөшөн индереүселәр фестиваль, һабантуй кеүек байрамдарҙы уҙғарырға финанс ярҙам да күрһәтә.

Фәнүзә Зарипова, Үрге Өфәлей башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: “Премия алыу өсөн эшләмәйбеҙ. Тормошто һәм кешеләрҙе яратырға девизы менән йәшәйем”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Силәбелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна