Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында яңы боҙ майҙансығы төҙөлдө

Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында яңы боҙ майҙансығы төҙөлдө https://bash.news/news/85726_kgrsen_rajony_telembt_auylynda_yay_bo_majansyy_tld
07 дек 2018, 22:09

Ул ауыл халҡы, бағыусылар көсө менән булдырылған. Объектты асыу тантанаһында хоккей буйынса район-ара турнир ойошторолдо. Уйын элекке "Ҡыҙыл байраҡ" колхозы етәксеһе Рамаҙан Әбдрәхимовтың иҫтәлегенә үткәрелде.

Әйткәндәй, урындағы хоккей командаһы ла тап "Ҡыҙыл байраҡ" исемен йөрөтә. Егеттәргә Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән командалары менән сығыш яһаны. Бындай уйындар төбәктә һигеҙенсә йыл рәттән уҙғарыла. Турнирҙа ҡатнашыусылар яңы боҙ майҙансығы мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

Рәил Әбдрәхимов, Рамаҙан Әбдрәхимовтың улы: “Был майҙансы буш тормаҫ, тип уйлайбыҙ. Балаларыбыҙ уйнап, һәләттәрен яҡшыртыр”.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Бөрйән һәм Ейәнсура райондары командалары бүлеште. Теләүембәт ауылы егеттәре иң көслөһө булып сыҡты. Кубок йәнә "Ҡыҙыл байраҡ" командаһында ҡалды. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Фидан Хайсаров, "Ҡыҙыл байраҡ" командаһы уйынсыһы: “4:3 иҫәбе менән еңеп сыҡтыҡ. Майҙансыҡты төҙөгән кешеләргә рәхмәт. Йыл һайын йыйылышып уйнап торорға яҙһын”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында яңы боҙ майҙансығы төҙөлдө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров