Башҡортостанда 127 күпер төҙөклөндереүҙә мохтаж

Башҡортостанда 127 күпер төҙөклөндереүҙә мохтаж https://bash.news/news/85754_bashortostanda_127_kper_tklndere_moxtazh
08 дек 2018, 21:16

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге аккаунтында Өфө күперҙәренә бәйле яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Был бик ҙур проблема. Аэропортҡа илткән күпер киҫкен хәлдә. Йәй генә төҙөкләндереү эштәре үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ике йылдан уны йәнә ябырға тура киләсәк. Әле үк был күперҙән еңел автомобилдәр өсөн генә хәрәкәт рөхсәт ителгән. Башҡортостан Өфөнө был эштә яңғыҙы ғына ҡалдырмаясаҡ. Беҙ яңы объект төҙөлөшөнә 3 миллиард ярым һум аҡса бүлдек, сумманың 2 миллиард ярымын федераль бюджет бирә. Был хаҡта беҙ транспорт форумында һөйләшеп килештек.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфөлә тағы ла ике проблемалы күпер бар. Улар Затон һәм Шаҡша биҫтәләрендәгеһе. Был объекттар буйынса ла яҡшы ҡарарҙар көтөлә. Әле уларҙы проектлау эше алып барыла. 4 декабрҙә Башҡортостанда юл төҙөлөшө проблемаларына арналған матбуғат-коференцияһында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта республикала 127 күпер төҙөкләндереү талап итә.

Башҡортостанда 127 күпер төҙөклөндереүҙә мохтаж

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество