Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында

Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында https://bash.news/news/85755_msk_lke_krasnogorsk_alaynda_berm_rsj_firene_18se_sezy_dauam_it
08 дек 2018, 21:17

Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыйында Президент Владимир Путиндың ҡатнашыуы ла көтөлә. Пленар ултырыш, партияның юғары советы һәм генераль советы ултырыштарына партия рәйесе, хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев рәйеслек итә.

Съезда сәйәси фирҡәнең 2019 йылға үҫеш йүнәлеше билдәләнә, делегаттарға фекер алышыу майҙандарында тупланған башланғыстар тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ партия етәкселегендәге үҙгәрештәр раҫланасаҡ. Башҡортостан делегацияһына Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итә. Делегацияла - 46 кеше.

Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна