Етемдәргә торлаҡ

Етемдәргә торлаҡ https://bash.news/news/85756_etemdrg_torla
08 дек 2018, 21:18

Иҙел башында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға өр-яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Йорт туйлаусы йәштәрҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был хаҡта беҙҙең сайтта.

Гөлдәр Мотаһарова ғаиләһе менән Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршыларға әҙерләнә. Етем ҡалған ҡыҙға ниһайәт, бәхет йылмайҙы. Өс йыл дауамында сиратта торғандан һуң ул үҙенә тейешле торлаҡ алыуға иреште.

Гөлдәр Мотаһарова, фатир асҡысы алыусы: “2015 йылдан бирле учетта торҙоҡ. Көтөлмәгәндә фатир бирҙеләр”.

Гөлдәр менән бергә барлығы биш кешегә яңы фатир асҡысы тапшырылды. Уларҙың барыһы ла ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған. Белорет районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, төбәктә әле 100 ашыу етем бала сиратта тора.

Владислав Миронов, Белорет районы хакимиәте башлығы: “И в дальнейшем желаем проводить конкурсные процедуры на приобретение жилых помещений. Надеемся что последующий бюджет будет не меньше чем в этом году”.

Яңы йорт Морат тау-саңғыһы комплексы янында урынлашҡан. Эргәлә генә ҡала стадионы. Киләсәктә был тирәлә яңы мәҙәниәт йорто төҙөү ҡарала. Ҡыҫҡаһы, етемдәргә торлаҡ ҡала ситенән түгел, ә тормош ҡайнап торған үҙәктән бирелә.

Торлаҡ алыусылар байрам мәшәҡәттәре менән булышҡан арала Белорет районы хаҡимиәтендә Яңы йылға тиклем тағы ла ике етем балаға яңы фатир асҡыстары тапшырыласаҡ тип белдерҙеләр .

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Етемдәргә торлаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд