Балтас районы Тутағас ауылында модулле фельдшер-акушер пукты асылды

Балтас районы Тутағас ауылында модулле фельдшер-акушер пукты асылды https://bash.news/news/85757_baltas_rajony_tutaas_auylynda_modulle_feldsherakusher_pukty_asyldy
08 дек 2018, 21:19

Был модулле ФАП районда икенсеһе. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 3 миллион һум самаһы, район ҡаҙнаһынан-450 мең һум аҡса бүленгән. Модуль тибындағы фелдьшер-акушер пункты тиҙ арала тормош-көнкүрештә ҡулланылған контейнерҙан ҡоролған бина.

Был технология ай эсендә хатта,төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙә лә медицина ярҙамы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә. Уңайлы шарттарҙа табип тәүге ярҙам да күрһәтә, процедуралар ҙа үткәрә ала.

Арсен Ғарипов, Бөрө медицина округы етәксеһе, район үҙәк дауаханаһы баш табибы: “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика халҡына медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙе яҡынайтыу маҡсатын ҡуя. Был прораммаға ярашлы, Балтаста 2-3 йыл эсендә унлаған фельдшер-акушер пукты төҙөләсәк”.

Балтас районында "Земский доктор" һәм "Земский фельдшер" программалары ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә Земский доктор программаһы буйынса – 7 белгес, земский фельдшер буйынса – 4 белгес эшләй. Улар бөтәһе лә алыҫ биләмәләрҙә урынлашҡан фельдшер-акушер пункттарында эшләй. Тутағас ФАПын – Бөрө медицина колледжын тамамлаған, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә тәжрибә туплаған Артур Сәйетов етәкләйәсәк.

Артур Сәйетов, Тутағас фельдшер-акушер пункты мөдире: “Бөтә йәштәр ҙә аҡса эшләргә ынтыла Минең ҡатыным һәм балам бар. Ғаилә бюджетын тулыландырыу маҡсатында был программала ҡатнашырға булдыҡ. Беҙҙең ғаилә өсөн был бик яҡшы форсат”.

Сәйетовтар матди ярҙамдан тыш, эш урынынан торлаҡ та бүленгән. Ауыл халҡы йәш, әммә тәжрибәле белгестең эшенән ҡәнәғәт.

Зөлфирә Ғәйниева, Тутағас ауылында йәшәүсе: “Иғтибарлы, яҡшы тыңлаусы, кәңәшсе. Һауа торошона ҡарап тормай, сумкаһын таға ла ярҙамға ашыға”.

Тутағас ауылы кеүек төпкәл ауылдарҙа модулле фаптар асылыу -ауыл кешеләрен заманса медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙе яңы баҫҡысҡа күтәрәсәк тип көтөлә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Балтас районы Тутағас ауылында модулле фельдшер-акушер пукты асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд