Өфөлә ирекмәндәр йылына йомғаҡ яһалды

Өфөлә ирекмәндәр йылына йомғаҡ яһалды https://bash.news/news/85758_fl_irekmndr_jylyna_joma_yaaldy
08 дек 2018, 21:21

Сара бөгөн башҡаланың Конгресс холл бинаһында үтте. Ирекмәндәр хәрәкәте һуңғы йылдарҙа ғына ойошторолдо. Пионер, комсомол ойошмалары тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырып, төрлө быуын кешеләрен үҙ ҡанаты аҫтына йыйҙы. Ил етәкселегенең иғтибары, гранттар системаһын индереү был хәрәкәтте киңәйтеүгә булышлыҡ итә.

Әле Башҡортостанда 250 ойошмаһы бар, улар 20 меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә. Рәсәй буйынса был һан 14 миллионға бары етә. Сағыштырыу өсөн былтыр 7 миллион, йәғни йылдын ирекмәндәр девизы аҫтында үтеүе был хәрәкәттең эшен күпкә йәнләндергән.

Илшат Бикҡолов, Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге директоры: “Һәр уҡыу йортонлда ошондай ойошма үткәрергә тигән бурыс тора. Хөкүмәттән грант рәүешендә ярҙам да ҡаралған”.

Ирекмәндәр төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә һәм улар төрлө йүнәлештә эш алып бара. Әммә эшмәкәрлектең асылы, маҡсат бер – кешеләргә изгелек өләшеү, ярҙам ҡулы һуҙыу. Мәҫәлән, Сибай гимназияһы " Балапандар" проекты сиктәрендә әкиәттәр ҡуйып кешеләрҙе мәрхәмәтлелеккә, яҡшылыҡҡа өндәй. Башланғыс синыф уҡыусылары үҙҙәренең тамашаларын ата-әсәләр, балалар алдында ғына түгел, инвалидтар йәки ҡарттар йортонда ла күрһәтә.

Сибайҙар был проектты 2-се синыф уҡыусыһы Азалия Ваһапова исеменән "Рәсәй ирекмәне-2018" конкурсына ла ебәрә. Һәм ул "Киләсәккә ышаныс менән" номинацияһында беренсе урын яулай. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә, халыҡ-ара ирекмәндәр форумы сиктәрендә үтә. Донъя кимәлендә уҙғарылған был сара Башҡортостандан иң ҙур төркөм бара, делегаттар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бар.

Фәнзил Мостафин, Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусыһы, "Балапандар" проектында ҡатнашыусы: “Беҙҙең ирекмәндәр хәрәкәте 1-се синыфта барлыҡҡа килде. Етәксебеҙ – Рәмилә Юлай ҡыҙы менән бергәләшеп “Балапандар” тигән исем уйланыҡ. Балапандар һүҙе иң көслө һәм иң ҙур бөркөт балаларын аңлата. Балапандар менән сығыш яһау беҙгә көс бирә. Әлбиттә, һәр бер изгелек беҙгә көс бирә, юғарыға күтәрә”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфөлә ирекмәндәр йылына йомғаҡ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд