Өфөлә «Байыҡ-2018» телевизион конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә «Байыҡ-2018» телевизион конкурсының еңеүселәре билдәләнде https://bash.news/news/85759_fl_bajy2018_televizion_konkursyny_eeselre_bildlnde
08 дек 2018, 21:22

Республиканан тыш, Ҡаҙағстан, Төньяҡ Осетия һәм башҡа төбәктәрҙән 500-ҙән ашыу бейеүсе сәхнәгә сыҡты. Бейеү байрамы хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Байыҡ"тың иң кескәй бейеүсеһенә әле 1 йәш тә тулмаған. Сәхнәлә "Йәйләү" бейеүен өс быуын вәкиле башҡара. Бейеүһеҙ йәшәй алмайбыҙ, ти Әбйәлилдән килеүсе ғаилә.

Хәлиҙә Ғәйфуллина, "Байыҡ" телевизион конкурсында ҡатнашыусы: “Әсәйем, үҙем һәм ҡыҙым бейебеҙ”.

"Байыҡ"та ҡатнашыусы иң өлкән бейеүсе Ишембай районы Һайран ауылынан. Фәйзелғаян Ғималетдиновҡа 78 йәш.

Фәйзелғаян Ғималетдинов, "Байыҡ" телевизион конкурсында ҡатнашыусы: “Ауылдаш Лена менән дует алып килдек. Беренсеһе – “Ҡайынлыҡта”, икенсеһе – “Бесәнлектә киленсәк” тип атала”.

Быйыл Гала-концертты Ғаиләләр парады асып ебәрҙе. Үҙәнбаевтар, Низаметдиновтар, Юлдашевтар һәм башҡалар бейеүгә төштө. Һәр ғаиләнең сәхнәгә сығыу тарихы үҙенсә. Атлай белгән балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем уларҙың һәр береһен бейеүгә булған һөйөү берләштерә.

Халҡыбыҙ бейеүҙәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән “Байыҡ” телевизион конкурсы 11-се миҙгелен тамамланы. Уның ҡатнашыусылары - бухгалтерҙар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡалар - ошо йылдар эсендә профессиональ бейеүсе кимәленә күтәрелгән.

Ратмир Бәҙретдинов, Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри рәйесе: “Улар хәҙер сәхнә оҫталарына әйләнделәр. Хәҙер кейенә беләләр, үҙҙәрен тота беләләр”.

Сәхнәгә бейергә генә түгел мода күрһәтергә лә сыға, ҡатнашыусылар. Боронғо кейем өлгөләре менән бер рәттән бер ҡайҙа ла осратмағандары ла күҙҙең яуын ала. Улар стилләштерелгән һәм заманса.

Зилә Лира, "Байыҡ" телевизион конкурсында ҡатнашыусы: “Үҙем кейеҙҙәр баҫам. Заман һәм мода үҙгәрә, милләттәштәребеҙ хәҙер ошолай кейенергә теләй”.

Йылдан-йыл "Байыҡ"та үҙен һынап ҡарарға теләүселәр арта. Тәүҙә 50 кешенән башланһа, хәҙер был һан ун тапҡырға артҡан. Быйыл ул Башҡортостандан тыш, Ҡаҙағстан, Сыуашстан, һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе күп бейеүселәрҙе сәхнәгә сығарҙы.берләштерҙе.

Рита Өмөтбаева, "Байыҡ" телевизион конкурсы продюсеры: “Байыҡ”тың ошондай кимәлдә булыуына, тәү сиратта, халыҡ сәбәпсе. Халыҡтың рухы бейей. Улар үҙҙәре ошо проекты күтәрҙе”.

Байыҡтың нигеҙендә халыҡсанлыҡ ята һәм быны тамашасы юғары баһалай. Элек тыуған яғына ҡайтҡанда телевизор аша ғына конкурсты күҙәтеп һоҡланған Зәбиҙә Хажиева быйыл үҙе сәхнәлә.

Гран-при яңыҙ бейеүселәр һәм дуэт, трио, тулы ансамблдәр араһында һәр береһенә айырым тапшырылды. Ҡалғандар беренсе икенсе һәм өсөнсө дәрәжә урындарҙы бүлеште. Иң мөһиме, ҡатнашҡан һәм конкурсты ҡараған һәр кем йәшәүгә рух һәм дәрт алды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә «Байыҡ-2018» телевизион конкурсының еңеүселәре билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд