Франсис Пуленктың "Кешесә тауышы" Өфөлә яңырай

Франсис Пуленктың "Кешесә тауышы" Өфөлә яңырай https://bash.news/news/85760_fransis_pulenkty_keshes_tauyshy_fl_yayraj
08 дек 2018, 21:23

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы гранты ярҙамында француз композиторының бөйөк әҫәре баш ҡала сәхнәһендә ҡуйыласаҡ. Рәсәй театрҙары Жан Кок драмаһы буйынса Пуленка әҫәренә йыш мөрәжәғәт итә тип әйтеп булмай. Тәүге тапҡыр уны 1965 йылда Ҙур театр артистары сәхнәләштерә.

Күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа республиканың күп кенә мәҙәниәт учреждениелары - Милли симфоник оркестр, "Башҡортостан" дәүләт-концерт залы, опера һәм балет, йәштәр театрҙары, шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡатнаша. Бер актлы моноопераның премьераһы тамашасыға 10 декабрҙә тәҡдим ителә. Әлеге ваҡытта репетициялар бара.

Хәлил Хәмзин, "Башҡортостан" дәүләт концерт залының әйҙәүсе белгесе: “Был беҙҙең республика мәҙәниәте һәм үҙебеҙ өсөн көтөп алынған, ҙур проект. Уға беҙ оҙаҡ йылдар килдек. Быйыл мәҙәниәт министрлығы сәхнәләштереүгә грант бүлде. 10 декабрҙә премьера үткәрәбеҙ. Унда күп коллективтар ҡатнаша”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Франсис Пуленктың

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд