Беҙ бер планета балалары

Беҙ бер планета балалары https://bash.news/news/85761_be_ber_planeta_balalary
08 дек 2018, 21:24

Өфөлә ошондай исемле республика фестиваль-конкурсы үтте. Байрам ҡыҙҙар-малайҙарҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт аша социаль яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелә һәм интеграция-инвалидтарҙы ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырыу һәм ижадҡа юл асыу кеүек маҡсаттарҙы ҡуя.

7 йәштән 16 йәшкәсә ҡатнашыусылар бер сәхнәлә сығыш яһаны. Республиканың төрлө төбәктәренән 30-ҙан ашыу ижади коллектив, барлығы 400-ләп бала килгән. Йәш таланттарҙың күптәре өсөн Өфөгә килеү беренсе ҙур сәфәр. Шуға ла байрамда улар ижади һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, абруйлы баһалама ағзалары менән аралашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, дуҫтарса мөнәсәбәт балаларға бик кәрәк, шунлыҡтан фестивалде йыл һайын уҙғарыу ниәте лә бар.

Гөлсәсәк Зарипова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләү бүлеге мөдире: “Бында мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа, таҙа балалар ҙа үҙ ижадын күрһәтә ала. Бөгөн шатлыҡлы мәл. Бер баланы ла айырып әйтерлек түгел. Һәммәһе ижад менән ҡыуанып йәшәй”.

Автор: Фәниә Юланова.

Беҙ бер планета балалары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд