Торатау торасаҡ

Торатау торасаҡ https://bash.news/news/85772_toratau_torasa
08 дек 2018, 23:25

Йылдарға һуҙылған бәхәскә, ниһайәт, нөктә ҡуйылды. Республика етәкселеге "Сода" компанияһы менән үҙ -ара килеште. Һәр хәлдә беҙҙең позиция бер -Торатауҙы бирмәйәсәкбеҙ. Ә бына сода компанияһы килешеү менән ҡәнәғәт тип әйтеп булмай. Сеймал өсөн тәҡдим ителгән Ҡуштау эшҡыуарҙар өсөн ҡулай түгел. Ләкин башҡаса әмәл юҡ. Республика халҡы изге тауҙы һаҡлап ҡала алды. Тап халыҡ, бер ниндәй ҙә етәкселек түгел. Әгәр йәмәғәтселек күтәрелмәһә, түрәләр күптән ер менән тигеҙләткән булыр ине Торатауҙы.

Әммә, етәкселәргә лә еңелдән булманы. Иҫ киткес баҫым аҫтында, юҡ, тип әйтеп ҡарағыҙ. Әле беҙ ауыл хакимиәте башлығы менән әңгәмәлә лә ҡойолоп төшәбеҙ. Ә улар ике ут араһында. Арттан халыҡ, ә алдан донъя кимәлендә тәьҫир итерлек кешеләр. Быға тиклем үҙ ҡараштарын белдерһәләр ҙә, күҙҙәренә ҡарап юҡ, тип әйтерлек етәкселек булманы. Күптәребеҙ хатта, Торатауҙың эшкәртелеүенә күнгәйне. Радий Хәбиров нөктә ҡуя алды. Башҡа реверанс булмаясаҡ, тине ул.

Был йыр һүҙҙәре миллиондарҙың йөрәгенә үтеп инеп, моңһоу уйҙарға һалғандыр... Бәлки, илатҡандыр ҙа. Башҡортостандың халыҡ артистары Айҙар Ғәлимов һәм Роберт Юлдашев клиптары аша Торатауҙың бөйөклөгөн йәнә күтәрҙе. Ҡурай, ҡубыҙ моңдары инде шихан ҡуйнында нисәмә йылдар тынмай. Тәбиғәт ҡомартҡыһына һаҡсыл ҡараш булдырырға өндәне илаһи моң... Бар республика халҡын берләштереп.

Зөһрә Искәндәрова, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы урта мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире: “Ул бит ябай ғына тау түгел. Уйлап ҡараһаң - 280 млн йыл артыҡ торған. Диңгеҙ төбө. Бөтөн Ер шарынан килеп һоҡлана халыҡ. Пермь осоро ҡомартҡыһы”.

Торатау - әүлиәләр ерләнгән изге урын. Ҡәберлектәр ҙә күп. Урман-бишҡаҙаҡ ауылынан Мөҙәрис Мөхәмәтйәнов етенсе синыфтан халыҡты дауалау менән шөғөлләнә. "Торатауҙан көс алып үҫтем,"-ти ул.

Изге урын магнит көсөндәй эре сәнәғәт предприятиеһын үҙенә ылыҡтырҙы. Башҡортостан сода компанияһы Торатауға тәүге йыл ғына дәғүәһен белдермәй. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын да алырға тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Халыҡ изге урынды яҡлап, тау биләмәһендә төрлө фестивалдәр, йыйындар ҙа ойошторҙо. Ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлеккә әйҙәнеләр. Алыш-тартҡылашҡа ниһайәт нөктә ҡуйылды.

Данир Ғәйнуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: “БСК компанияһының изге тауыбыҙҙан баш тартыуы - ул бөтә Башҡортостан халҡының, башҡорт халҡының ҙур еңеүе. Сөнки халыҡ тырышлығы менән был изге тау киләсәк быуындарға һаҡланып ҡаласаҡ”.

Бөйөк Торатауҙы шартлатмаясаҡтар. Күптән көтөп алынған яңылыҡ. Ишембайҙар өсөн генә түгел, тотош республика халҡына. Предприятие етәкселегенә сеймал алыу буйынса Ҡуштау тәҡдим ителде. Йөрәктау һәм Торатау һаҡланасаҡ. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Ошоноң менән нөктә ҡуябыҙ. Ваҡ политиканлыҡты туҡтатабыҙ. Әгәр бығаса күҙәтелгәнсә ошо темала үҙҙәренә карьера һәм аҡса эшләргә теләүселәр булһа - ут менән уйнамаҫҡа саҡырам. Бер кем алдында ла реверанс яһамаясаҡмын”.

"Башҡортостан сода компанияһы" килешеп, предприятиела ике меңдән ашыу хеҙмәт урынын да һаҡлап ҡала. Киләһе йылдан уҡ тап ошо күләмдә эшсе ҡыҫҡартыла башларға тейеш булған. Сөнки әлеге ваҡытта эшкәртелгән Шахтауҙың запастары 4 йылға ғына етә. Сеймал булмаһа, предприятие меңдәрҙе эшһеҙ ҡалдырыр ине.

Петр Плиткин, "Башҡортостан сода компанияһы"ның элекке хеҙмәткәре: “Балаларым әле унда эшләй. Үҙем дә утыҙ йыл хеҙмәт стажын тултырып, хаҡлы ялға сыҡтым. Предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатырға ярамай, был минең позициям. Беренсенән, был биш меңгә яҡын хеҙмәт урыны. Икенсенән, республика ҡаҙнаһына ла һалым килә”.

Сибайҙы ғын иҫкә алайыҡ. Тау байыҡтарыу комбинатының бөлгөнлөккә төшөүе арҡаһында, йөҙҙәрсә кеше эшһеҙ ҡалды. Ярты ҡала Себергә китергә мәжбүр булды. Хөкүмәттә хәбәр итеүҙәренсә, Ҡуштауҙы эшкәртеү менән бергә, унда рекультивация эштәре лә ныҡлы күҙәтеүгә алынасаҡ. Республика етәксһе тау саңғыһы комплексын, шифахананы ла тиҫтә йылдар эшләйәсәк тип вәғәҙәләне.

Торатау эзбисташҡа экәртелмәйәсәк. Изге тау, әүлийәләр төйәге ниһайәт власть органдары тарафынан яҡлау тапты. Әммә был ҡарар ваҡтылыса ғына түгел, ә быуаттар аша ла дауам ителеүе мотлаҡ. Киләсәк быуындарҙа тәбиғәт ҡомартҡыларында - шихандарҙа һөйөү тәрбиәләү һәр кемдең, шул иҫәптән минең дә бурысым.

Эйе, нөктә ҡуйылды. Халыҡ иһә бер түгел, өс нөктә ҡуйылды тип борсола. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә берҙәй ауыртыуын хәтергә төшөрөп. Әлбиттә, урындағы байлыҡтар ер хужаларында ҡалһа, бындай ауыртыуҙар булмаҫ ине. Килем тотошлайы менән тиерлек ситкә киткәндә ризаһыҙлыҡ аңлашыла. Хәйер, килешеүҙә был мәсьәлә ҡаралған. Мин компенсация түләүҙәре менән ҡәнәғәт түгелмен һәм эшҡыуарҙарҙан был сығымдарын байтаҡҡа арттырыуҙарын һораным, тине социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Радий Хәбиров. Килешеүҙәең был пункты ла үтәлеренә өмөтләнергә генә ҡала.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Торатау торасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд