Башҡортостанда көн дә биш йөҙ меңдән ашыу кеше социаль селтәрҙәрҙә ниндәйҙер ялыу яҙа

Башҡортостанда көн дә биш йөҙ меңдән ашыу кеше социаль селтәрҙәрҙә ниндәйҙер ялыу яҙа https://bash.news/news/85773_bashortostanda_kn_d_bish_j_medn_ashyu_keshe_social_seltrr_nindjer_yalyu_yaa
08 дек 2018, 23:35

Улар проблемаларын асып һала, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алыша. Был иһә республика етәкселегенә Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешенең аш-һыу бүлмәһенә, йәмәғәт транспортына, подъезд алдарына үтеп инеп халыҡты нимә борсоғанын үҙҙәренән үк белеү мөмкинлеге бирә. Был мөрәжәғәттәр "Инцидент" системаһында тупланып уларҙы хәл итеү процесын тиҙләтә.

Был аҙнала халыҡ йәшәйешен күҙәтеү мөмкинлеге биргән система эшләй башлағандан алып тәүге һөҙөмтәләр иғлан ителде. Һандар шаҡ ҡатырырлыҡ. Был аңлашыла, власть һуңғы йылдарҙа ярайһы уҡ йомоҡ булды. Хәҙер иһә эш бүлмәһе булмаһа ла, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләр һәр кем өсөн асыҡ. Һәм ундағы яҙыуҙарға яуап та бирергә тейештәр.

Елена Прочаковская, Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе: “Инцидент” запустился с той целью, чтобы чиновники были там, где народ, чтобы чиновники знали что волнует народ. Социальные сети занимают огромный пласт в нашей жизни. Спустя два месяца после запуска “инцидента” в социальных сетях есть аккаунты всех глав 54 районов республики и 9 городов РБ, во всех 4-х соц. сетях”.

Шулай итеп һандарға килгәндә республикала “Инцидентҡа” 38 мең осраҡ индерелгән. Шуларҙың 25 меңе урында уҡ хәл ителгән, 13 меңе Өфө кимәленә тиклем еткән. Йәғни, был мәсьәләрҙе хәл итеү өсөн тармаҡ министрлыҡтары ҡыҫылышы талап ителгән.

Әйткәндәй, система ил күләмендә эшләй һәм беҙҙең властар хәл итә алмаған осраҡта мәсьәлә иң юғарыла ҡарала. Ә унда инде проблеманы кәйләү өсөн аныҡ ваҡыттар билдәләнә. Октябрь уртаһынан алып республикаға ҡағылышлы ошондай 2 мең тирәһе инцидент теркәлгән. Әммә былар ялыу түгел, ә халыҡтың күпләп иғтибар иткән көнүҙәк проблемалары. Инцидентҡа ла кемдеңдер айырым шәхси ялыуҙары түгел, ә күпселекте борсоған мәсьәләләр инә.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда көн дә биш йөҙ меңдән ашыу кеше социаль селтәрҙәрҙә ниндәйҙер ялыу яҙа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество