Хәҙер блогер ҙа ирекмән булып китте

Хәҙер блогер ҙа ирекмән булып китте https://bash.news/news/85774_xer_bloger_a_irekmn_bulyp_kitte
08 дек 2018, 23:36

Йәғни, интернет селтәрендә ултырып та кешегә ниндәйҙер кәңәштәр биреп, нимәгәлер яҡшыға өндәйһең икән – һин ирекмән. Элек беҙ аныҡ эштә генә ҡатнашыусыларҙы ирекмән тип белһәк, хәҙер йүнәлештәр төрлөсә. Улар күләмле саралар ойоштороуҙа, юғалған кешеләрҙе эҙләшеүҙә, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә, тәбиғәтте һаҡлауҙа, фажиғәләр ваҡытында ярҙамлашыуҙа, ғөмүмән, кешеләргә төрлө яҡлап та ярҙам итеүҙә ҡатнаша. Һәм бының өсөн бер тин дә аҡса алмайҙар. Нимә этәрә ундайҙарҙы изге эштәргә?

Рөстәм Нәбиев ирекмәнлеккә яҙмыш ҡушыуы буйынса килә. Омскиҙағы фажиғәлә ике аяғын да юғалтҡандан һуң уның тормошҡа ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә. Үлем тоҙағынан ҡотолған егет ғүмерҙең күҙ асып йомған ара икәнен аңлай. Хәҙер Рөстәм төп асылын башҡаларға ярҙам итеүҙә күрә. Уның тормош юлы үҙе үк һынмаҫ рух сағылышы, егет үҙенең миҫалында башҡаларҙы ла ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, бирешмәҫкә өйрәтә.

Рөстәм Нәбиев, ирекмән: “Мин кешегә ярҙам итер өсөн иҫән ҡалғанмын, тип уйлайым. Шуға күрә кешеләргә ярҙам итергә теләгем ҙур”.

Ирекмәнлеккә күңел ҡушыуы буйынса килгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Сибай уҡыусылары изгелеккә, яҡшылыҡҡа әкиәттәр аша өндәй, улар үҙ тамашаларын ата-әсәләр, балалар алдында ғына түгел, ҡарттар йә инвалидтар йортонда ла ҡуя. "Балапандар" тип аталған проект 2-се синыф уҡыусыһы Азалия Ваһапова исеменән бөтә Рәсәй конкурсына ла тәҡдим ителә. Сибай гимназияһының проекты "Киләсәккә ышаныс менән" номинацияһында беренсе урынға лайыҡ була. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә, халыҡ-ара ирекмәндәр форумы сиктәрендә үтә.

Был хәрәкәт ағзалары араҙында төрлө быуын вәкилдәре бар. Өлкән быуын кешеләре ирекмәнлек беҙҙең өанда тип иҫәпләй, ул мәктәп йылдарында тимур командалары, комсомол төҙөлөштәре аша һалынған. Улар бөгөн көмөш ирекмәндәр, әүҙем ҡарашлы был категория экологик өмәләр ойоштора, физик мөмкинлектәре сикләнгән йә ишле ғаиләләргә ярҙам итә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Сәмсүрә Гордеева етәкләгән ирекмәнлек үҙәге патриотик тәрбиә биреү эшен дә алып бара, улар хәтер хаттарын тарата, балаларға илһөйәрлек дәрестәре үткәрә. Сәмсүрә Гордеева ирекмәнлек менән республикала тәүгеләрҙән булып, 11 йыл элек үк шөғөлләнә башлай.

Әле Башҡортостанда 250 ойошма бар, улар 20 меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә. Рәсәй буйынса был һан 14 миллионға барып етә. Сағыштырыу өсөн былтыр 7 миллион, йәғни йылдың ирекмәндәр девизы аҫтында үтеүе был хәрәкәттең эшен күпкә йәнләндергән. Башҡортостан ирекмәндәре 14 йүнәлештә эш алып бара.

Ирекмәнлек өсөн йәш, милләт, енес айырмаһы юҡ. Күңелендә изгелек осҡоно булған һәр кем был хәрәкәткә ҡушыла һәм йәмғиәткә үҙ файҙаһын килтерә ала. Иң мөһиме теләк кенә булһын, ә өлгө алырлыҡ кешеләр, заман геройҙары беҙҙең арала.

Ирекмәнлек шөғөл генә түгел, ул - йәшәү рәүеше. Был кешеләр тотош йәмғиәт өсөн көслө рух, мәрхәмәтлелек, ярҙамсыллыҡ өлгөһө булып тора. Тик үҙеңдең йөрәгең, күңелең изгелек менән тулы булғанда ғына уны башҡаларға өләшергә, тирә-йүнде яҡтыраҡ, бәхетлерәк итергә ынтылырға мөмкин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Хәҙер блогер ҙа ирекмән булып китте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд