Башҡортостанда 112 системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

Башҡортостанда 112 системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы https://bash.news/news/85776_bashortostanda_112_sistemay_tuly_eten_eshlj_bashlany
08 дек 2018, 23:53

Быға тиклем ул тест режимында ғына ине. Бәлки шуғалыр ҙа кисектергеһеҙ ярҙам саҡырыу күпкә кисектерелә ине. Ә бит берҙәм номер ашғыс хеҙмәттәрҙе иҫкәртеүҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу маҡсатында ойошторолдо. Йәғни, элекке кеүек янғында 01, полицияға 02, медицина ярҙамына 03 һандарын йыйып тороу кәрәкмәй. 112 системаһы үҙе был хеҙмәттәргә тоташтыра. Ни тиклем тиҙ һәм яҡшы бәйләнеш?

"Һеҙҙең менән нимә булды? Ниндәй ярҙам кәрәк?" 112 һандары буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә операторҙар саф башҡорт телендә өндәшә. Миләүшә Шәүәлиева көнөнә ярты меңдән ашыу шылтыратыу эшкәртә. Берәүҙәр янғын сығыуы хаҡында хәбәр итһә, икенселәр юл фажиғәһенә тарыған.

Йыл башынан ғына 112 һандарына миллион ярымдан ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән. Шылтыратыуҙар башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз, испан, немец,француз хатта ҡытай, телендә ҡабул ителә тип билдәләй белгестәр.

Республиканың дәүләт телдәрен белеү кимәлен тикшереү маҡсатында 112 һандарына башҡорт телендә шылтыратырға булдыҡ.

АлО Һаумыҙығыҙ. ит п.

Ҡотҡарыу хеҙмәтенә башҡортса шылтыратыуыбыҙҙың сәбәбе быға тиклем беҙҙең редакцияға килгән мөрәжәғәт менән бәйле. Телевизор ҡараусыбыҙ 112 һандарын йыйып туған телдә мөрәжәғәт иткән осраҡта ярҙам күрһәтеү урынына телефонды ырғыталар тип белдергәйне. Күреүебеҙсә, был һүҙҙәр аҡланманы. Кәмендә башҡортса белгән хеҙмәткәр табылды. Был, бигерәк тә оло йәштәгеләр шылтыратҡан осраҡта, телефондың теге осонда уны аңлауҙарына ышаныс уята. Тимәк 112 һандарына һис хафаланмайынса башҡорт телендә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны керәҙле элемтә булмаған ерҙә лә тоторға тейеш.Әле беҙ Белорет районы Ҡолмас ауылында.Бында телефон бәйләнеше хатта электр селтәре лә юҡ. 112 һандарын һынап ҡарау өсөн тағы ла бер форсат.

Күреүегеҙсә, шылтыратыуға яуап биреүсе юҡ.Тимәк тауҙар араһында бары тик үҙ көсөгөҙгә ышанырға һәм хәүефһеҙлек талаптарына икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк.

Ҡолмас кафеларының береһендә шешлек бешереүсе Исрафил ағай тап шулай итә . Ашығыс ярҙам талап ителгән осраҡта ул ваҡыт юғалтмай ғына күрше Архангел районына юллана. Шәберәк атлаһаң телефон элемтәһе булған ауылға тиҙерәк барып етәһең, тимәк кешене ҡотҡарыу шансы ла арта.

Исфрафил, шешлек бешереүсе: “Бәйләнеш бынан 13 саҡрым. Ярты сәғәт, бер сәғәт ваҡыт үтә”.

Дежур диспечер хеҙмәте менән бәйләнешкә инеп, кәрәкле хеҙмәттәргә тоташыу өсөн байтаҡ көтөргә мәжбүрбеҙ тиеүселәр ҙә бар. Ғәҙәттән тыш хәл мәлендә ярҙамды ваҡытында күрһәтеүҙең мөһимлеген иҫәпкә алғанда әлбиттә был етешһеҙлекте тиҙ арала бөтөрөү мөһим. Әйткәндәй, телефон һандары эшләй башлау менән дежур-диспетчер үҙәгендә 300-ән ашыу хеҙмәт урыны асыла. Шул иҫәптән хәҙер бында телефон аша психолог ярҙамы ла күрһәтелә.

Быға тиклем республика шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге тест режимында ғына эшләгәйне. 112 системаһын сафҡа индереү өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 137 миллион һум аҡса бүленә.

Система тәү сиратта, кеше именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Йыш ҡына ялған шылтыратыуҙар ҙа булғылай. Бигерәк тә ял көндәре, каникулдар мәлендә балалар шаярып 112 һандарын йыя. Шуға кескәйҙәргә ваҡытында аңлатыу эштәрен дә алып барыу мотлаҡ.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостанда 112 системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна