Башҡортостандың 13 районында бүреләр популяцияһы саман тыш артҡан

Башҡортостандың 13 районында бүреләр популяцияһы саман тыш артҡан https://bash.news/news/85777_bashortostandy_13_rajonynda_brelr_populyaciyay_saman_tysh_artan
09 дек 2018, 00:01

Йырҡыстарға урманда аҙыҡ етмәгәнлектән ауылдарға ла төшә лә башлаған. Халыҡ кистәрен урамға сығырға ла ҡурҡа, ә һунарсылар уларға иғтибар ҙа итмәй. Беренсенән ҡулдары бәйле, икенсенән бүре аулау сығым ғына. Ә бүреләр шуны һиҙгәндәй кешеләрҙең күҙ алдында ҡотора.

"Бүрене аяғы туйҙыра", уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәр хаҡ. Ҡыш аҙыҡ эҙләп бүреләр көнөнә 20 -30, айырым осраҡтарҙа 50 cаҡрым юл үтә. Хәйләкәр, мәкерле йыртҡыс. Шундай сифаттары булмаһа, улар ҡырағай тәбиғәт шарттарында үрсей алыр инеме? Белгестәр билдәләүенсә, Белорет, Бөрйән, Архангел районы урмандарында яҡынса 500-ҙән ашыу бүре бар тип иҫәпләнә. Ҡарт бүрегә йәшәү өсөн йылына 3 тоннаға яҡын ит талап ителә.

Таһир Ҡаранаев, Ғафури районы бүлексәһе буйынса егерҙәр һәм һунарсылар ассоциацияһы егере: “Бында аталы-инәле ике бүре йөрөй. Былтыр ҡар булмағас, уларҙы табып, атып булманы”.

Былтыр уларға һунар бик аҙ ойршторолған, шуға ла Ғафури районында ла бүреләр күпләп үрсегән, тип аңлата егерҙәр. Ерле халыҡ уларҙың күпләп малға ташланыуына борсолоу белдереүенә ҡарата, район хакимиәте тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итә. Министрлыҡ үҙ яуабында төбәктә йыртҡыс бүре һәм төлкөләрҙең иҫәбен көйләргә рөхсәт иткән.

Олег Марков, Ғафури районы буйынса һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы етәксеһе: “2019 йылдың 1 апреленә тиклем был программа эшләйәсәк. Ғафури районы хакимиәте беҙҙең хәлде аңланы һәм беҙ уларҙан бүреләр атырға рөхсәт алдыҡ”.

Ҡар күпләп яуған ҡыш миҙгеле – бүре һунары өсөн иң ҡулай ваҡыт. Әммә хәҙер уларҙы аулау совет осорондағы кеүек системалы түгел, тип билдәләй егерҙар. Ҡорал, дары, яғыулыҡ мәсьәләһен егерҙең үҙенә хәл итергә ҡала. Бүре атҡан өсөн дә әллә ни ҙур хаҡ түләнмәй.

Таһир Ҡаранаев, Ғафури районы бүлексәһе буйынса егерҙәр һәм һунарсылар ассоциацияһы егере: “Бүре тиреһен бер ҡайҙа ла бирмәйбеҙ, уны бер кем дә алмай. Элек инә бүре атҡан өсөн мең ярым, ата өсөн бер мең премия бирә торғайнылар. Хәҙер ул юҡ. Такседермистарға һатырға тырышабыҙ. Улар алғы аяғын һәм тешен һорайҙар”.

Нисек кенә булмаһын бүре популяцияһы мотлаҡ рәүештә контролдә тотолорға тейеш. Күпләп үрсеп кешеләргә, мал-тыуарға ташланғанын көтөп ултырыу, енәйәтселек менән бер тигән ҡарашҡа ҡаршы килеүселәр ҙә бар

Радмир Хәсәнов, Медицина фәндәре докторы, профессор, һунарсы: “Бүреләр үлән менән туҡланмай, ит кәрәк. Уларҙы ҡаргиҙәр менән баҫтырып карабиндан ҡырырға кәрәкмәй, төр булараҡ тәбиғәттә һаҡланырға тейеш. Канадала улар вәхшиҙәрсә юҡ ителә, һуңынан сит илдәрҙән һатып алып ҡына хәлде яҡшырталар. Бүреләрҙең көсөктәрен яратыуы, икенсе яртыһына тоғролоғо һоҡландыра. Ә йорт-ҡураға яҡын килеүендә – егер хужалығына һорау. Улар бит мышы, ҡабан сусҡаларының популяцияһын тейешле кимәлдә тоторға тейештер бит”.

Йәмғиәттә бүреләргә ҡараш төрлөсә. Күпселек халыҡ уларҙы йыртҡыс итеп ҡабул итә, әммә улар ҡырағай тәбиғәттең бер өлөшө. Нисек кенә булмаһын урман санитарын күпләп ҡырыу-вәхшилек тиеүселәр ҙә бар. Хатта, мышы балаһын бүре тырнағынан ҡотҡарыусы балыҡсы ла.

Мансаф Килмөхәмәтов, Ибраһим ауылында йәшәүсе: “Ҡырағай йәнлектәрҙе күп ҡыйратмаҫҡа кәрәк. Бүреләргә лә ашарға кәрәк бит. Һуңынан улар йорт малына ташлана башлай. Тәбиғәт үҙе барыһын да көйләр”.

Килмөхәмәтовтар аҙбарындағы мышы балаһы әлегә ышаныслы ҡулдарҙа. Уның алдынан йылы аш, урман емештәре, һоло өҙөлмәй. Ветеринар хеҙмәте һаулыҡ торошо хаҡында рәсми белешмә әҙерләй. Тиҙҙән был бәләкәй урман ҡунағы, үҙе кеүек бүре өйөрө тештәренән , кешеләр тоҙағынан иҫән ҡотолған башҡа януарҙар янына, ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгенә тапшырыласаҡ. Ҡыш буйы көс йыясаҡ, үҫәсәк һәм яҙ етеү менән иреккә ебәреләсәк. Тәбиғи шарттарҙа мышы балаһы һағыраҡ булыр, бүреләр йөрәгән хәүеф һуҡмаҡтарын урап үтер тип ышанғы килә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостандың 13 районында бүреләр популяцияһы саман тыш артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа