Рәсәйҙәге үлем осраҡтарының яртыһы туҡланыуға бәйле

Рәсәйҙәге үлем осраҡтарының яртыһы туҡланыуға бәйле https://bash.news/news/85778_rsjge_lem_osrataryny_yartyy_tulanyua_bjle
09 дек 2018, 00:09

Был турала Роспотребнадзор белдерҙе. Айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙар сире ашағанға бәйле, тине белгестәр. Тик шуныһы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеүселәр үҙҙәре үк шул аҙыҡ сифатын тикшерә түгелме һуң. Тимәк был күңелһеҙ статистиканың артыуында уларҙың да өлөшө бар? Нимә менән туҡланабыҙ һәм нимә тәҡдим итәләр?

Ас ҡарынды алдар өсөн күп кәрәкмәй, урамда аҙым һайын тиҙ туҡланыу киоскалары. Халыҡты тәмле еҫ кенә түгел, исемдәре лә йәлеп итә. Ғәҙәттә, бындай урындарҙа сират та юҡ, иң оҙағы өс-дүрт минут көтәһең дә, йылы, итле аҙыҡ һинеке. Ә фаст-фудтың ниндәй иттән әҙерләнгәне һатып алыусыға ғына түгел, сауҙа итеүсегә лә ҡараңғы.

Тәлғәт Зөлҡәрнәев, медицина фәндәре докторы: “Күп ғаиләләр шул тиҙ туҡланыуға ныҡ өйрәнеп китте. Фаст-фуд тигән нимәгә. Хатта ит, балыҡтан, йәшелсәнән баш тарталалар Ҡайһы берҙәр”.

Һөҙөмтәлә сифатһыҙ аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреп, ағыуланыусылар арта. Хатта, хәлдең бөтөнләй күңелһеҙ тамамланыу осраҡтары ла һуңғы йылдарҙа йышайған.

Сәриә Абдулова, табип-терапевт: “Күп үләләләр. Минең участкамда ғына әллә күпме. Ололар ғына түгел, араларында йәштәр ҙә, хатта балалар ҙа булыуы бик йәл! Ә бөтә бәлә - ана шул фаст-фудтан килә бит! Аңламайҙар”.

Кешенең һаулығы уның туҡланыу рәүешенә туранан-тура бәйләнгән. Аҙыҡты төрләндермәй, дөрөҫ туҡланмайһың икән, организм ауырыуҙарға бирешә башлай. Хәҙер аҙыҡ-түлектә шәкәр күп миҡдарҙа, шуға ла йөрәк-ҡан тамырҙары сире йыш күҙәтелә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте лә илдә теркәлгән 63 процент үлем осраҡтарын сифатһыҙ туҡланыуға бәйле тип белдерҙе.

Сабит Солтанов, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге белгесе: “Йыш ҡына тышындағы яҙыуға эсендәге тура килмәй. Ундай аҙыҡтарҙы фальсификат тибеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер тикшереүҙәр бик һирәк үткәрелә. Эш боҙған етештереүселәрҙе асыҡлау, язалау эше бик яй алып барыла!”

Ҡыҙғанысҡа, намыҫһыҙ етештереүселәр халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртмай. Быны иҫәпкә алып, белгестәр аҙыҡ-түлек составы хаҡындағы мәғлүмәтте ябай тел менән яҙырға, халыҡҡа тулы мәғлүмәт бирергә тәҡдим иткән документ әҙерләй. Үҙ сәләмәтлегең ҡәҙерле икән, үҙеңә үк иғтибарлы булыу кәрәк.

Сабит Солтанов, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге белгесе:

Күптән түгел вице-премьер Татьяна Голикова аҙыҡ-түлек кәрзине составын үҙгәртеү тәҡдиме менән сыҡты. Унда ит, балыҡ, һөт, йомортҡа, йәшелсә һәм емеш-еләктәр өҫтөнлөк итәсәк, ә углеводтарға һәм башҡа майҙарға бай продукттар алып ташлана.

Зәкиә Тереғолова, медицина фәндәре докторы, профессор: “Беҙ төрлө йәштәбеҙ, төрлө урында йәшәйбеҙ, төрлө ауырлыҡтағы эштәр эшләйбеҙ. Унан һуң күп халыҡтың төрлө ауырыуҙары бар. Ә ауырыған кешенең ашауы, рационы бөтөнләй икенсе. Шуға ла бер диета, бер рационды бөтә кешегә бер тигеҙ тәҡдим итеп булмай”.

Аҙыҡ-түлек кәрзинен үҙгәртеү генә мәсьәләне хәл итерме? Был осраҡта тейешле ризыҡты ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа һатып алыу мөһимерәктер. Сөнки ҙур магазин селтәрҙәрендә шул уҡ ит, иҫкерһә лә төрлө тәмләткестәр ҡушып, кәштәләргә кире сығарыла.

Миңзәлә, ашнаҡсы: “Мин ашнаҡсы булып урынлашҡайным. Бер бутылкала ағыу инде ул. Шуны срогы сыҡҡан иткә һалып бутайбыҙ-бутайбыҙ ҙа, кире һатыуға сығарабыҙ. Ялтырап матур ғына булып тора. Бер кемдә лә белмәй. Етәкселәр үҙҙәре шулар эшләргә ҡуша”.

Етәкселәр шулай ҡуша, сөнки улар ҡурҡмай. Был аңлашыла, закон буйынса тикшереүҙәр өс йылға бер генә үткәрелә. Халыҡтан мөрәжәғәт юҡ икән, иркенләп сауҙа ит. Тимәк, һәр кем нимә ашағанын үҙе үк контролдә тоторға тейеш килеп сыға. Сәләмәт булғың килһә, сифатлыһын алаһың, ә ул аҙыҡ-түлек, әлбиттә, ҡиммәтерәк. Был мәсьәлә бөтә ил кимәлендә туранан-тура халыҡтың йәшәү кимәленә, уның социаль-иҡтисади именлегенә бәйле.

Автор: Фәниә Юланова.

Рәсәйҙәге үлем осраҡтарының яртыһы туҡланыуға бәйле

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество