Башҡортостанда иң яҡшы боҙ ҡаласығы аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк

Башҡортостанда иң яҡшы боҙ ҡаласығы аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк https://bash.news/news/85815_bashortostanda_i_yashy_bo_alasyy_asalata_premiya_menn_drtlnderelsk
10 дек 2018, 10:16

Республикала «Иң яҡшы Яңы йыл боҙ ҡаласығы» конкурсы старт алды. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүселәр аҡсалата премия өсөн көс һынашасаҡ. Еңеүсегә 500 000 һум күләмендә аҡса тапшырыласаҡ.

Башҡортостанда иң яҡшы боҙ ҡаласығы аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк
Башҡортостанда иң яҡшы боҙ ҡаласығы аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк

Конкурс ҡала округтары һәм биләмәләре, шулай уҡ, ауыл биләмәләре араһында ойошторола. Ярышта ҡатнашыу өсөн муниципалитет хакимиәттәренә иң яҡшы боҙ ҡаласығын һайлап, заявка ебәрергә кәрәк. Комиссия биләмәнең биҙәлешен, иллюминацияларҙың ҡулланыуын, шыршының байрамса биҙәлешен, скульптураларҙы баһалаясаҡ.

Конкурс һөҙөмтәләре 19 ғинуарға тиклем билдәле буласаҡ. Аҡсалата премия муниципалетиттың төҙөкләндереү эшенә йүнәләсәк. Конкурс шарттары тураһында сайттан танышырға мөмкин.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа