Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты кәметәсәктәр

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты кәметәсәктәр https://bash.news/news/85823_bashortostanda_spsar_syaryu_sn_xaty_kmetsktr
10 дек 2018, 10:40

Бөгөн, 10 декабрҙә, Төбәк Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәнең тура бәйләнеше үтә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика органдары менән федераль министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре менән кәңәшмә уҙғара.

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты кәметәсәктәр
Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡты кәметәсәктәр

Кәңәшмә барышында республикала сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ һорауы күтәрелде. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы- Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Киреев сығыш яһаны. Һүҙ- киләһе йылдың беренсе ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе төбәк операторҙарына хеҙмәтләндереү өсөн хаҡ түләү тураһында. Киреев белдереүенсә,бер ай өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр бер кеше өсөн 130 һум, ә шәхси йорттағылар - 185 һум түләйәсәк. Радий Хәбиров, был хаҡтар менән ҡәнәғәт түгел икәнлеген белдерҙе.

Был цифрҙар менән мин килешмәйем. Урындағылар был хаҡтарҙы күтәрә алмаясаҡ. Шәхси секторға 185 һум һалына. Мин һеҙҙең сығышығыҙҙы ҡабул итмәйем. Бөгөн үк төбәк операторҙарын саҡырып, был сумманы үҙгәртегеҙ,

тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд