Өфөлә 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә

Өфөлә 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә https://bash.news/news/85826_fl_51se_anly_mktp_binay_tel
10 дек 2018, 14:57

Өфөнөң Калинин районында 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә. Уҡыу йорто 1936 йылда төҙөлә. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Өфөлә 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә
Өфөлә 51-се һанлы мәктәп бинаһы һүтелә

2012 йылда белем усағы авария хәлендә тип табыла. Ошо сәбәпле, мәктәп бинаһы һүтелергә тейеш. Унан һуң, был урында 60-сы лицейға заманса төкәтмә төҙөләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡалала мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн социаль-реабилитация үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Төбәк Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Спутник FM
Новости партнеров
Мусафир