Башҡалала бер төн эсендә 2240 кубометр ҡар сығарыла

Башҡалала бер төн эсендә 2240 кубометр ҡар сығарыла https://bash.news/news/85835_bashalala_ber_tn_esend_2240_kubometr_ar_syaryla
10 дек 2018, 15:18

Башҡалала коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнеһенә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Туғыҙынан унынсы декабргә ҡараған төндә, йөк машиналары 2240 кубометр ҡар сығара.

Башҡалала бер төн эсендә 2240 кубометр ҡар сығарыла
Башҡалала бер төн эсендә 2240 кубометр ҡар сығарыла

Ҡала урамдарын таҙартыуға 38 берәмек техника йәлеп ителә. Ҡар таҙартыу һәм уны сығарыу эше С.Юлаев проспектында, Пушкин, Киров, Менделеев, Цюрупа һәм башҡа урамдарҙа башҡарыла. Юлдар махсус техника ярҙамында таҙартыла. Шулай уҡ, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тротуарҙарға ла айырым иғтибар бүленә.

Водителдәрҙе үҙ транспорттарын юлдарға ҡалдырмауҙары һорала. Был таҙартыу эшенә мәшәкәт тыуҙыра.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна