Өфөлә Яңы йыл фестивале ойоштороласаҡ

Өфөлә Яңы йыл фестивале ойоштороласаҡ https://bash.news/news/85838_fl_yay_jyl_festivale_ojoshtorolasa
10 дек 2018, 15:48

Башҡалала 24- 31 декабрҙә Яңы йыл фестивале үтәсәк. Сара урындағыларҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен күтәреү маҡсатында ойошторола.

Өфөлә Яңы йыл фестивале ойоштороласаҡ
Өфөлә Яңы йыл фестивале ойоштороласаҡ

Фестиваль Өфө район хакимиәттәре араһында үтә. Ул бер нисә номинацияға бүленәсәк. Фестиваль һөҙөмтәләре 31 декабрҙә билдәле буласаҡ.

Фестиваль сиктәрендә, иң яҡшы боҙ ҡаласығын һәм скульптураһын билдәләйәсәктәр. Бынан тыш, Ҡыш Бабайҙар араһында ла ярыш ойоштороласаҡ. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA