Икенсе һанлы Республика клиника дауаханаһының баш табибы итеп, Башҡортостандың элекке Һаулыҡ һаҡлау министры, кардиолог Андрей Евсюков тәғәйенләнде. Андрей Александрович дауахана менән 2004-2006 йылдарҙар идара итә.
Андрей Евсюков Краснодар крайында 1957 йылда донъяға килә. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. 1981 йылда хеҙмәт юлын башлай, Өфөнөң 6 –сы һанлы дауаханаһында, СССР-ҙың Бакулев А.Н. исемендәге йөрәк-тамыр хирургияһы институтында эшләй.
Төрлө йылдарҙа табип-хирург, кардиохирургия бүлеге мөдире вазифаларын башҡара. Ун ике йыл элек республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнә. 2010 йылға тиклем ведомство башлығы вазифаһын биләй.