Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу өсөн тәҡдим ителгән хаҡты кәметергә ҡушты

Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу өсөн тәҡдим ителгән хаҡты кәметергә ҡушты https://bash.news/news/85868_radij_xbirov_spsar_syaryu_sn_tdim_itelgn_xaty_kmeterg_ushty
10 дек 2018, 21:27

Республика етәксеһе был турала бөгөн, Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда шулай уҡ хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы кәметеү, физик шәхестәрҙән һалым йыйыу һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ барҙы. Хөкүмәт ағзалары, ҡала-район башлыҡтары ҡатнашлығында үткән видеокәңәшмә тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Аҡбирҙе урамы буйлап йөрөгән сүп тейәү машинаһына ҡарап көндө, ваҡытты билдәләргә мөмкин. Тимәк, шәмбе, сәғәт 11. Биш йыл инде тап ошо мәлдә йорт хужалары ҡалдыҡтарҙы тоҡтарға тултырып полигонға оҙата. Сүп-сарҙы килеп алыуҙары тиҙ ҙә, уңайлы ла, әммә буш түгел. Аҡбирҙеләр был хеҙмәт өсөн 50-нән 100 һумға тиклем аҡса түләй.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан был система тотош республика буйынса индерелә. Тәүҙә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн 140, шәхси өй хужаларына 200 һум хаҡ тәҡдим ителде, был айына, кеше башына. Әммә тарифтар юғары тип яңынан ҡаралды. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә яңы хаҡтар тәҡдим ителде, фатир хужаларына 130, шәхси йортта йәшәүселәргә 185 һум. Әммә Радий Хәбиров белдереүенсә, был хаҡтар ҙа саманан тыш юғары.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Сегодня же вызывайте региональныхоператоров, если есть возможность ведите их ко мне. Снижайте сумму, она неподьемна для людей. Дайте ответ о том, как мусор будет вывозится. Те жители которые нуждаются, как они должны платить?”

Тағы бер проблема-хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс артыуы. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, әле эш хаҡы буйынса бурыс күләме 635 миллион һумдан ашыу, был алдағы йыл менән сағыштырғанда, 153 миллион һумға күберәк. Әммә һандар республикалағы аныҡ картинаны тулыһынса сағылдыра тип әйтеп булмай, рәсми статистика мөрәжәғәттәргә нигеҙләнеп кенә төҙөлә.

Татьяна Астрелина, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе: “Обращается работодатель по поводу не выплаты заработной платы, эта информация входит в статистику, не обращается, этих данных не видно. С 2014 года начали собирать информацию о реальной задолжности по заработной плате”.

Иң күп бурыстар Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларына тура килә. Күп ойошмаларҙың учредителдәре – хакимиәттәр йәки министрлыҡтар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, проблеманы административ ысулдар ярҙамында хәл итергә мөмкин. Был мәсьәлә 28 декабрҙә үткән оператив кәңәшмәлә тағы ҡараласаҡ, Радий Хәбиров етәкселәргә ошо ваҡыт эсендә проблеманы хәл итеү юлдарын барларға ҡушты.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Проблема очень сложная, требующая координации многих структур. Ринат Рашитович, я вам поручаю возглавить это направление, комиссию. Делайте все, что нужно”.

Оператив кәңәшмәлә һалымдар йыйыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Физик шәхестәрҙән мөлкәт һалымдарын йыйыу 3 декабрҙә тамамланған, барлығы 5 миллиард һум аҡса йыйылған. Йыйым кимәле алдағы йыл менән сағыштырғанда ни бары 2,2 процентҡа күтәрелгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тап етеш йәшәгән кешеләр һалымды ваҡытында түләмәй, был йәһәттән эш алып барыу мотлаҡ. Яңы йылға әҙерлеккә килгәндә бар ҡала райондарҙа ла шыршылар урынлаштырылған, 12 муниципаль берәмектә генә боҙ ҡаласыҡтарын эшләү бара. Эш бөгөн тамамланырға тейеш. Радий Хәбиров алдан 10-сы декабргә майҙандарҙы әҙерләп бөтөү бурысын ҡуйғайны.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу өсөн тәҡдим ителгән хаҡты кәметергә ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд